«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баймаҡ эшҡыуары ете балалы ғаиләне аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡалдыра



05.07.2013 Баймаҡ эшҡыуары ете балалы ғаиләне аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡалдыра

Баймаҡ эшҡыуары ете балалы ғаиләне аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа  ҡалдыраЙәштәр көнөндә ауыл халҡының көнитмеше, уларҙың тормош мәшәҡәттәре хаҡында иҫләргә булдым.
Баймаҡ районының Түбәнге Та­һир ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Сәғәҙәт Фазлиәхмәтовтар менән күптән түгел танышып алғайным. Бөгөн иһә уларға ҡунаҡҡа килеп төштөм.

Мин барғанда атын етәкләгән хужа эштән саҡ ҡайтып килә ине:

– Ауылда берәүҙәрҙең һыйыры быҙаулап тороп ҡалғайны, шуға оҙаҡлап кителде.
Сәғәҙәттең артынан ихатаға инәм. Эстә береһенән-береһе бәләкәйерәк ыбыр-сыбыр балалар зыҡ ҡуба. Кемеһе эт көсөгөн тызый, кемеһе бәләкәйерәген бидон ар­баһына ултыртып этеп маташа, олораҡ икәүһе велосипед йүнәтә. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү, һигеҙ, ун... Юҡ, быларҙы йә теҙеп ҡуйып барларға кәрәк, йә әсәләренән һорармын тулы иҫәбен.

Самауыр шыжлатып йөрөгән Гүзәл алданыраҡ өлгөрҙө:

– Етәүе беҙҙеке, ҡалғандары күрше өйҙәрҙән килеп уйнап йөрөй­ҙәр.
Фазлиәхмәтовтарҙың йорто Тү­бәнге Таһир ауылындағы иң ҙур, иң мөһабәт йорт тип иҫәпләнә алыр ине, берәй ваҡыт. Ошо "берәй ваҡыт” тигән шарт мине был ауылға, ете бала тәрбиәләп үҫтереүсе йәш ғаиләгә килеп сығырға мәжбүр итте лә инде. Эш шунда: республика хөкү­мә­тенән ауылда йорт һалыу өсөн 1 000 000 һум ярҙам алып та, Фазлиәхмәтовтар бөгөн һаман да тауыҡ кетәгендәй генә иҫке өйҙә көн күрә. Баяғы миллион­ға төҙөлә башлаған ике ҡатлы мөһабәт йорт, күҙ көйөгө булып, иҫке өйҙө изып ташларҙай булып янында ултыра.

Биш йыл тигәндә, ниһайәт, сиратыбыҙ етеп, Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр бүлегенән ауылда йорт төҙөү өсөн миллион һум аҡса алдыҡ. Сират етте, документтарҙы йән-фарман әҙерләп бөттөләр, хәҙер бер генә һорау ҡалды: йортто кемдән төҙөтөргә? Темәс­тән бер таныш һатыусы, үҙенең туғандарына Сибайҙан бер эшҡыуар йорт төҙөп биреүе хаҡында хәбәр итте. Телефонын бирҙе.

Баймаҡ эшҡыуары ете балалы ғаиләне аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа  ҡалдыраФазлиәхмәтовтар, шулай итеп, Сибай ҡалаһында йәшәүсе, сығышы менән Ярат ауылы кешеһе, Иҫәндә пропискала тороусы Баймөхәмәтов Нур атлы шәхси эшҡыуар менән бәйләнешкә сыға. Килешеү төҙөп, баяғы миллионды уның иҫәбенә күсерәләр. Был хәл 2012 йылдың июнь уртаһында була. Төҙөлөш урынында – Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылы, Сәләх Кулибай урамы, 32-се йорт адресы буйынса төҙөлөш эштәре башлана.

– Нигеҙен ҡорғас, төҙөүселәр беренсе ҡатты төҙөй башланы. Эшләп йөрөйҙәр, үҙҙәре Нур Бай­мө­хәмәтовтың аҡсаны алдап түләүенә зарланалар. Беренсе ҡатты тамамлағас, ығы-зығы килеп, элекке объект­тар­ҙан да аҡсаларын тулыһынса ала алмауҙарына зарланып, ҡайтып китте был бригада.

Икенсе ҡатта ла шундай уҡ хәл ҡабатлана: Баймаҡтан табып килтерелгән ике йәш егет, этеп-төртөп, икенсе ҡатты һалып бөтә лә, шулай уҡ аҡса мәсьәләһендә килешә алмай, юҡҡа сығалар. Ҡыйыҡ эшенә Баймөхәмәтов Баймаҡтан ике кешене килтерә.

– Ҡыйыҡты 20 көн яптылар. Алдарынан аш өҙмәйем, ҡаҙан төбөнән китмәйем. Иртәнсәк шылтыратып саҡыртып алабыҙ. Әҙерәк кенә йөрөй­ҙәр ҙә, ҡайтып китәләр. Төҙөүселәргә шылтыратабыҙ. Нур­ға шылтыратабыҙ.

Төҙөүселәр сираттағы ялға ҡайтып киткәндәрендә, төндә ямғыр яуа.

Сәғәҙәт шул мәлдә генә ҡыйыҡтың, нисек итеп әйтергә икән, бик үҙенсәлекле ысул менән ябылыуын асыҡлай:

– Тышҡа сыҡһам, йорттоң стеналарына, шлакоблок араларына һыу үткән. Ҡыйыҡтан, ҡалай менән ябыл­һа ла, һыу үтәнән-үтә төшөп тора. Баҡһаң, Нур абзый, ҡалай­ҙы экономиялау маҡсатынан сығып(!), проф­настилдың тулҡындарын бер-береһенең аҫтынан ебәрмәй, терәтеп кенә һалдыртҡан булған икән (3-сө фото). Төҙөүселәргә шылтыратып, был хаҡта әйткәйнем, шунда уҡ кәйефтәре төштө. Әйттек бит беҙ Нурға, улайтып һалырға ярамай, тип, тәки көсләп шулай яптырҙы, тинеләр.
Ошо урында шәхси эшҡыуар Нур Баймөхәмәтов һәм Фазлиәхмә­тов­тар ара­һында шау-шыу ныҡлап ҡуба.

– Ҡыйыҡты яңынан ябып бир, тигәйнем, аҡсағыҙ бөттө, тине лә, ҡайтты ла китте. Беҙ, аптырашып, тороп ҡалдыҡ.

Аптырарлыҡ та шул. Миллион һынлы миллионды алып, күсеп инерлек йорт төҙөп бирергә вәғәҙә итеп, килешеү төҙөгән эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәҙрә урындары өңрәйеп, ҡыйығы ла ябып бөтөлмәгән йорт һөлдәһе ултырһынсы әле. Эш судҡа барып етә.

– Бойондороҡһоҙ эксперттарҙы Ырымбур ҡалаһынан саҡырттыҡ. Уларҙың китап һынлы итеп яҙылған тикшереүҙәренән күренеүенсә, бөтә материалдары, эше менән бергә был йортто төҙөү өсөн 600 000 һум аҡса сарыф ителгән. Ошо эштең дә сама менән 280 000 һумлыҡ күләмен яңынан баш­ҡарырға кәрәк. Ҡы­йыҡтың ҡалайы эшлектән сыҡҡан, уны ту­лыһынса яңыртырға кәрәк. Тәҙрә өҫтәренә бетон перемычкалар урынына тимер угольниктар (2-се фото) һалғандар, улар ауырлыҡты күтәрмәй, бөгөлөп төшәсәк. Түшәмде йылытыу өсөн изос­панды йоҡа ғына итеп һалған, уныһында ла экономиялаған. Тағы ла бүлмә араһындағы перегородкаларҙы ла бер ҡат темәс кирбесенән (1-се фото) генә һал­ған. Өрлөктәр метр һайын булыр­ға тейеш, был иһә метр ярым һайын ғына (4-се фото) һалдыртҡан. Нигеҙ бетондан арматураһыҙ ҡойолған.

Суд башланыуға, Нур Баймө­хәмәтов үҙенең шәхси эшҡыуарлығын ябып өлгөргән.

Салауатҡа – 13, Сынбулатҡа – 11, Алтынайға – 8, Айбулатҡа – 6, Алсынға – 5, Динисламға – 2, Айсафҡа – 1 йәш. Тотош бер синыф. Юҡҡа ғына Гүзәл үҙен, балалар баҡсаһы мөдиремен, тип таныштырмағандыр, шаяртып. ураған һайын ярҙам итеп торор­ға йәш­тәрҙең икеһенең дә ата-әсәһе юҡ. Ошо сабыйҙарҙың өлөшөн һеңдергән эшҡыуарҙың тамағына арҡыры тормаһа...

Әлбиттә, артыҡ, түләүһеҙ эшкә берәү ҙә атлығып тормаясаҡ, әммә район хакимиәттәренең юристары үҙҙәре өсөн генә булһа ла намыҫлы подрядсылар исемлеген алып барып, намыҫһыҙҙарын “ҡара исемлек”кә теркәп барһа, эскер­һеҙ, ябай ауыл кешеләре әҙерәк алданыр ине, моғайын







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға