02.11.2010 «Комсомол беҙҙең бөтә ғүмеребеҙ ине»
Йәштәр ойошмалары барлыҡҡа килеүгә 90 йыл ваҡыт уҙып та киткән. Шул туҡһан йылдың етмеше комсомол исеменә бәйле. Йәш быуынға комсомол һүҙенең мәғәнәһен аңлауы ауыр булһа ла, өлкәндәр өсөн был һүҙ артында тотош ғүмерҙәр, дуҫлыҡ, берҙәмлек, алға ынтылыу идеялары ята. Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында уҙғарылған юбилей тантанаһына йыйылған элекке комсомолдар ҙа, хәҙерге йәштәр ойошмаларының әүҙем ағзалары ла тарих биттәренә тағы бер тапҡыр байҡау яһаны.
Байрам менән тәбрикләргә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәхмәтуллина, БР Президентының дәүләт советнигы С. Лаврентьев менән бер рәттән, 1985 – 1987 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь булып эшләгән, әлеге мәлдә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты булған Сергей Епифанцев та, төрлө йылдарҙа эшләгән бүтән етәкселәр ҙә килгәйне. Ул, кисәге комсомолдарҙы тәбрикләп: «Әле лә сафта булғанығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәм», – тине. Константин Толкачев республика Президентының ҡотлауын еткерҙе.
Залға комсомол байрағын индерҙеләр. Һәр саҡ алға, бөйөк еңеүҙәргә, ҙур асыштарға әйҙәп тороусы ҡыҙыл әләмде аяҡ өҫтө баҫып ҡаршыланылар. Ә алып сығып барғанда, залдан кемдер: «Комсомолға дан!» – тип ҡысҡыра башлағайны, бүтәндәр уны дәррәү күтәреп алды. Комсомол традицияһы буйынса, булған ҡунаҡтарҙы барлап сыҡтылар – 80-се йылдарҙағы комсомол алдынғылары, 90-сы, 2000 йылғы йәштәр ойошмалары лидерҙары, урындарынан күтәрелеп, дуҫтарына, залдағыларға сәләм бирҙе. Туҡһан йыл эсендә әллә нисәмә быуын алмашынған. Әммә уларҙы берләштереп тороусы рух, илһөйәрлек, алға ынтылыу тойғоһо һүнмәгән. Сәхнәнән яңғыраған йырҙарға ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә ҡушылып йырлауы йәш быуындың тарихҡа иғтибары тураһында һөйләй.
Байрам тантанаһы бик сағыу, күңелле ойошторолғайны. «Грация», «Вираж», «Кружева», «Шатлыҡ» бейеү ансамблдәре, «Ассоль» балалар ансамбле, «Вариация» вокаль ансамбле үҙҙәренең иң матур сығыштарын бүләк итте.
Артабан аралашыу өҫтәл артында дауам итте. Күрешәһе дуҫтар, һөйләшәһе һүҙҙәр, уртаҡлашаһы тәьҫораттар көттө унда ҡунаҡтарҙы.
– Комсомол саҡтар иң матур мәл булып иҫтә ҡалған. Ул беҙҙе бер кешеләй итеп берләштерә ине, бер ҡасан да кемдер үҙе генә алға ынтылып, бүтәндәрҙе ташлап китмәне, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла бергә еңдек. Әле лә дуҫлығыбыҙ, әллә күпме йылдар үтеүенә, арабыҙҙа күп саҡрымдар ятыуына ҡарамаҫтан, һаман да ныҡ, – тип, курсташтары янына ашыҡты кисәге комсомолка Гөлгөнә апай.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.