02.11.2010 Балыҡсылар тарихына бер ҡараш
Һуңғы йылдарҙа тарихҡа иғтибар ныҡ артты, матбуғатта күпләп тыуған төйәккә, шәжәрәгә арналған мәҡәләләр, документаль эссе жанрындағы китаптар донъя күрҙе.
Беҙҙең Асҡын районы ауылдарының, унда йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошон яҡтыртҡан китаптар ҙа сыҡты. Мәҫәлән, Т. Яҡуповтың «Аскинский район. Прошлое и настоящее», В. Сәмиғуллиндың «Чураш», Әлфис һәм Әнүәр Ғаязовтарҙың «ҡаҙансылар иле» китаптары.
Ләкин тарихҡа тотонған һәр бер кешене борсоған һорау: беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, ҡәбилә, ырыуыбыҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан, боронғо замандарҙа ҡайҙа йәшәгән, кемдәр менән аралашҡан? Был һорауҙарға төплө яуаптар әлегә юҡ. Шулай ҙа, В. Сәмиғуллин үҙенең китабында, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, яуыз ҡотломөхәмәт Тевкелев ҡырып бөтөргән Һөйәнтүз ауылы халҡын, VII быуатта тарихта эҙ ҡалдырған ҡеүәтле Сеяньтос батшалығы (Алтайҙан Хинганға, Гоби сүллегенән Байкалға тиклем арауыҡты биләгән) менән бәйләп күрһәтте. Бының дөрөҫлөгөнә шигем юҡ. Ә, ғөмүмән, «балыҡсы» этнонимы ҡайҙан килеп сыҡҡан? Быны ғалимдарыбыҙ нисек аңлата?
«По вопросу происхождения этнонима «балыксы», на наш взгляд, наиболее правдоподобной является точка зрения Р. Кузеева. По нему в древних тюркских текстах VIII – IX в.в. слово балуг, балук употребляется в значении «город». В Семиречье долгое время сохраняются названия кара-китайских (найманских), а до этого уйгурских городов Джамбалык, Бешбалык и др. Кроме того, этноним «балыксы» известен также у казахов Старшего жуза балыкчи, у туркмен – «балыксылар», у киргизов – «балыкчи», у тувинцев – «балыкчы». Все эти факты говорят о древнетюркском происхождении этнонима башкирских «балыксы». Вполне вероятно, балыксы могли составлять кочевническую периферию древних городов, может быть, охранявших или защищавших эти города на определенных экономических и политических условиях» (Р. Янгузин. «Происхождение башкирского народа», Уфа, Рио Баш Гу, 2003, стр. 35).
Беҙҙең бабаларыбыҙҙың кемдәрҙер йәшәгән ҡалаларҙа уларҙың тыныслығын һаҡлап, ҡарауылсы рәүешендә ғүмер кисергәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын, бының менән килешеп булмай. Ошоға бәйле Ғаязовтарҙың «ҡаҙансылар иле» китабынан Булат Рафиҡовтың беҙҙең олатайҙарҙың хәлен бик аныҡ һәм урынлы сағылдырған аңлатмаһын килтереү урынлы: «Нисек әле был ҡәбилә ҡаланы үҙе төҙөмәй, ә бары тик уны һаҡларға ғына тейеш?» (121-се бит).
Шәреҡ донъяһы белгесе, ғалим һәм яҙыусы Л. Гумилев үҙенең «Һундар» һәм «Боронғо төркиҙәр» тип аталған китаптарында, Н. Бичуриндың «Боронғо заманда Урта Азияла йәшәгән халыҡтар тураһында йыйынтыҡ» һәм Грум-Гржимайлоның «Көнбайыш Монголия һәм Уранхэй крайы» тип аталған хеҙмәттәренә таянып, ниндәйҙер «серле» халыҡ тураһында яҙып үтә. Уларҙы «бома», «алакчин» йәки «бикин» тип тә яҙа. Был «серле» халыҡ ҡатайҙар һәм йәнәсәй ҡырғыҙҙары менән бергә телгә алына.
Лев Гумилев һундарҙың күршеләрен һанап сыҡҡанда, «юечжи» (йыуасалы – Й. С.), «усуни» (үҫәргәндәр – Й. С.), чиди-уйғырҙар, ҡыпсаҡтар менән бер рәттән, «загадочный белокурый народ – северные бома» тип яҙа (көньяҡ «бома»лар ҙа Сычуанда йәшәгән). Юечжиҙар йәшәгән осорҙо, беҙҙең эраға тиклем 500 йыл, тип билдәләй.
«Бома населяли северные склоны Саяно-Алтая. Известно о них следующее: они ведут кочевой образ жизни; предпочитают селиться среди гор, поросших хвойным лесом, пашут лошадьми; все их лошади пегие, откуда и название страны – Бома (пегая лошадь).
К северу их земли простираются до моря. Они ведут частые войны с хагасами, которых очень напоминают лицом; но языки у них разные, и они не понимают друг друга! Дома строят из дерева. Покровом деревянного сруба служит древесная кора. Они делятся на мелкие кланы и не имеют общего начальника. В переводе Н. Бичурина находим некоторые отличия: так, например, масть лошадей – саврасая, верхом бома не ездили, а держали лошадей только из-за молока, войско бома исчислено в 30000 человек» (Л. Гумилев. «История народа хунну», кн.1. Москва, 2002, стр. 51).
Себер ханлыҡтары күләменән ҡарағанда, был яҡынса 150 мең халыҡ, уларҙы ҙур ғына ырыуҙар союзы тип ҡарарға хаҡлыбыҙ. Бер ыңғайҙан шуны әйтеп үтәйек, ҡытайса атамалары «бице-бике» һәм «олочже» булған. Этнонимдары Рәшит әт-дин яҙған «бикин»дар һәм Әбелғәзиҙең «у них все лошади пегие, а очаги золотые» тиеүе алакчиндарға тап килә. Алакчин илен ул Ангарала урынлаштыра.
Бома һәм Алакчиндан «Балакчин» килеп сыҡҡанға оҡшай. Алакчиндың «алак» тигән өлөшө урман араһындағы аҡланды аңлата, буғай. Тимәк, хәҙерге замандағыса, айырым йәшәргә яратҡандар.
Л. Гумилев, Грум-Гржимайлоға һылтанып, ҡыпсаҡтарҙың бома-алакчиндар һәм ҡаңлылар ҡатнашлығында килеп сығыуын иҫбатларға тырыша һәм йәшәгән тәү төйәктәре тип Алтайҙағы «Йылан» үҙәнен (Змеиногорск ҡалаһы) күрһәтә (Лев Гумилев, «Древние тюрки», стр. 297).
Бома-алакчиндарҙың вариҫтарын хәҙерге Асҡын районындағы Балыҡсы улусының башҡорттары тип уйларға урын бар. Беренсенән, уларҙың тормош-көнкүрештәре беҙҙекенә тап килгәндәй, икенсенән, «белокурый», «хагасов напоминают лицом», өсөнсөнән, тарих биттәрендә «Балакчинская волость» тип яҙыла: «1736 г. января 25 – 26. Распросные и поточные речи башкир Сибирской дороги, Балакчинской волости дер. Сиянтюс об участии их в восстании» (МИБ, т. 6, стр.119. Уфа, «Китап», 2002).
«1793 г. июля 7. – Купчая башкир Сибирской дороги, Балакчинской волости Абдулгазиза Ибрагимова с товарищами прапорщику М. Ивашкевичу на земли по рр. Бия-вашу и Тюгашу» (МИБ, том 5, М., 1960, стр. 328). Бер ыңғай шуны ла әйтеп үтәйем: башҡорттарҙан вәкил итеп билдәләнгән кеше – Әбделғәзиз, инәйем яғынан бишенсе быуын олатайым була.
Шәүкәт НИЗАМЕТДИНОВ.
Бәләбәй ҡалаһы.
(Дауамы бар).