04.06.2013 Помидор урынына... снаряд!
Иглин районының Өршәк ауылында йәшәүсе ханым үҙенең баҡсаһында снаряд табып ала.
Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре һәм сапер төркөмө табыштың 125 мм калибрлы БМ-26 артиллерия снаряды икәнен асыҡлаған. Әлеге мәлдә был “сюрприз” юҡ ителгән.
Был снаряд 2011 йылдың майында хәрби келәттәрҙәге шартлау мәлендә осоп килеп төшкәндер, тигән фараз бар.
Г. БИКМӘТОВА.