«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле



04.06.2013 Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле

Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтте. Уны асыу тантанаһы Чебоксарҙа, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда уҙғарылды.
– Чебоксар – ғәжәйеп ҡала, – тип тәьҫораттары менән бүлеште БР Президенты Рөстәм Хәмитов. – Тотош республика кеүек үк, ул бик матур, таҙа. Һеҙҙе лә Башҡортостанға саҡырам. Беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙең нығыныуын теләйем.
Байрам ҡунаҡтарын Сы­уашстан Республикаһы Пре­зиденты Михаил Игнатьев сәләмләне.
Тантаналы саранан һуң төбәк башлыҡтары Сыуашстан дәүләт художество музейына юлланды. Унда Башҡор­тостандың хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чебоксарҙа «Экра» ғилми-етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Уның продукцияһы Рәсәйҙең бөтә энергия системаһын яҡлауҙы тәьмин итә.
Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, предприятие етәксеһе Алексей Табаков, үҙ-ара сауҙа итеү нигеҙен яғыулыҡ-энергетика һәм химия продукцияһы тәшкил итә, тип билдәләне. Был төркөм Башҡор­тостандан Сыуаш­станға ебәрелгән тауарҙарҙың 86 процентын тәшкил итә. Киләсәктә энергетика өлкәһендә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.
Башҡортостан мәҙәниәте көндәре программаһына ярашлы, Сыуашстан Респуб­ликаһының Милли китапханаһында Башҡор­тостан яҙыусыларының уҡыусылар менән осрашыуы үтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға