«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



04.06.2013 Донъя яңылыҡтары

Биш бала янып үлгән

Смоленск өлкәһендә, ағас йортта янғын сығып, биш бала һәм бер өлкән кешенең ғүмере өҙөлгән.
Урындағы янғын һүндереүселәр хәбәр итеүенсә, фажиғә йортта электр селтәренең төҙөк булмауы арҡаһында килеп сыҡҡан.
Хужабикә − әсә кеше тере ҡалған, әле ул дауаханала. Утта ҡатындың өс, ете, туғыҙ һәм ун йәшлек балалары, 11, 19 йәшлек туғандары янып үлгән. Йортта ут ҡапыл килеп сыҡҡанлыҡтан, балаларҙың бере­һен дә ҡотҡарып ҡала алмағандар. Өй тулыһынса янып бөткән. Әле был ҡот осҡос хәлде тикшереү бара. Дауаха­налағы ҡатындың хәлен табиптар ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләй.

Европа һыу аҫтында

Ҡойоп яуған ямғыр арҡаһында Германияның көньяҡ һәм көнсығыш өлөшө, Польшаның 11 районы, Чехияның 50 ҡалаһы һыу аҫтында ҡалған.
Әлеге ваҡытта урындағы халыҡ йорттарын ҡотҡарып ҡалырға тырыша. Көслө ямғыр арҡаһында ярҙарынан сыҡҡан йылға-күлдәрҙе ауыҙлыҡлау бик ауырға төшә. Етмәһә, Европала ямғырҙар туҡтарға ашыҡмай. Әле ямғырҙан зыян күргән ҡайһы бер урындарҙа мәктәптәр бикле тора.

Имтихан мәсьәләһе

Рәсәйҙең мәғариф өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте («Рособрнадзор») бер­ҙәм дәүләт имтиханын биргән ва­ҡытта иң күп балл йыйған уҡыусылар­ҙың эшен ҡайтанан тикшермәксе.
Был юлы Ставрополь крайы уҡыу­сылары шик аҫтына алынған. Урындағы 100 балл йыйған эштәр­ҙең һигеҙенең етәүһе имтихандар­ҙы алдан биргән уҡыусылар иҫәбенә тура килә.
Парадокс: имтихандарҙы алдан бирергә теләүсе уҡыусылар неврологтан баштары ауыртыуы, хәтерҙәре насар булыуы тураһында белешмә ҡағыҙы алып килгән һәм ошо сәбәпле имтиханды алдан бирергә рөхсәт алған. Тап ошо «сирлеләр» имтихандарҙы юғары кимәлдә тапшырған да инде. Уларҙың барыһы ла − урындағы чиновниктар, депутаттар, табиптарҙың балалары.

Ҡаты хөкөм

Ҡаһирәлә «Мосолмандарҙың сафлығы» фильмын төшөрөүсе ете кешене үлем язаһына хөкөм ителгән.
Бөтә енәйәтселәрҙе лә аҫып үлтереү хаҡында ҡарар сығарыл­ған. Суд ҡарары сығарылған ваҡытта бөтә хөкөм ителеүселәр ҙә Америкала булған. Уларҙы ислам динен хөрмәт итмәүҙә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең исемен бысратыуҙа һәм Мысырҙа конфессия-ара низағ сығарыуҙа ғәйепләйҙәр.
Аллаһтың һуңғы илсеһен йәмһеҙ рәүештә һүрәтләгән фильмға ҡаршы Мысырҙа, Йемендә, Судан­да, Туниста, Пакстанда, Бангла­дешта һәм башҡа илдәрҙә ҙур протест саралары үткәйне.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға