«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт



04.06.2013 Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.
Хөкүмәт башлығы хәбәр итеүенсә, 2013 йылда төбәктәр мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары системаһын үҫтереүгә 50 миллиард һум күләмендә субсидия аласаҡ. Бындай ҡарар РФ Дәүләт Думаһында 24 майҙа ҡабул ителгән. Ошо арала Рәсәй Хөкүмәтенең субсидия биреү тәртибе тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйыласаҡ. РФ Хөкүмәте Премьер-министры төбәк етәкселәрен балалар баҡсалары проекттарына етди ҡарарға һәм «ҙур һарайҙар» төҙөмәҫкә, шулай уҡ элекке балалар баҡсалары биналарын мәктәпкәсә белем биреү системаһына ҡабат ҡайтарыу буйынса оҙайлы бәхәстәргә ваҡыт әрәм итмәҫкә саҡырҙы. Дмитрий Медведев белдереүенсә, маҡсат элеккесә ҡала – 2016 йылға тиклем мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында яҡынса 1 миллион 200 мең яңы урын булдырыу.
2012 йылда Башҡортостанда 7300 урынға иҫәпләнгән 58 яңы балалар баҡсаһы асылды. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формалары иҫәбенә йәнә 9706 урын булдырылды. Һөҙөмтәлә 3 – 7 йәшлек сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға тиерлек – 29008 баланан 14095-кә тиклем кәмене.
Бөгөн республикала 1644 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү системаһына 1 – 6 йәштәге 194204 сабый йәлеп ителгән. 2015 йыл аҙағына Башҡортостанда балалар баҡсаларында 27,9 мең өҫтәмә урын булдырыу планлаштырыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға