«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ужым культуралары ҡоролоҡҡа бирешмәй



14.08.2010 Ужым культуралары ҡоролоҡҡа бирешмәй

ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Баймаҡта үткәрелгән оператив штаб ултырышында ужым культураларын сәсеү һәм республика аграрийҙарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Уның эшендә оператив штаб ағзалары, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, ошо юҫыҡтағы министрлыҡ һәм ведомство белгестәре ҡатнашты.
– Киләһе йыл уңышына 750 мең гектарҙа ужым культураларын сәсеү ҡарала, – тине ултырышта республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин.
Ә былтыр көҙ ужым культуралары 560 мең гектарҙа сәселгән булған. ҡоро һауа шарттарында Башҡортостан селекционерҙарының ужым бойҙайы сорты үҙен аҡлаған, шунлыҡтан был культураны сәсеү майҙанын ике тапҡырға тип әйтерлек арттырырға мөмкин. Сорттың тағы ла бер яҡшы яғы – уны сентябрь буйы сәсергә мөмкин – бының өсөн 540 мең гектар майҙан әҙерләнгән. «Тритикале» сорты иһә 60 мең гектарҙа сәселәсәк.
Ужым культуралары беҙҙең зонала игенселәрҙең страховка фондын тәшкил итә.
Семинар-кәңәшмәлә Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, ғалим-селекционерҙар Урал аръяғында ужым культураларын үҫтереү тәжрибәһен Ленин исемендәге хужалыҡ тәжрибәһендә күрһәтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға