31.05.2013 Өс һөйләм менән
«Дамате» идара компанияһы башлығы Наум Бабаев Башҡортостанда һөт-тауар етештереүгә һигеҙ миллиард һум инвестиция тәҡдим итә. Тиҙҙән беҙҙә йылына 105 мең тонна һөт етештергән һәм 10,5 мең баш һыйыр аҫралған комплекс барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш быйыл көҙ башланып, ике йылда тамамланырға тейеш.
Һамар – Өфө − Силәбе автомагистрале идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июндән август аҙағына тиклем ауыр йөк ташыусы транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә. Һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда, улар асфальт юлдарҙан киске сәғәт ундан иртәнге 10-ға тиклем үтергә тейеш. М−5 «Урал», М−7 «Волга», Р−240 Өфө − Ырымбур трассаларындағы хәрәкәткә ҡағылышлы 228-12-18 телефоны буйынса белешмә алырға мөмкин.
Рәсәй, Салауат Юлаев һәм Өфө ҡалаһы көндәрен байрам иткән осорҙа – 12 июндә − Республика рус академия драма театры алдындағы сәхнәлә «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты уҙғарыла. Сараның маҡсаты − халыҡ ижадын танытыу, үҙебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге коллективтар араһында ныҡлы ижади бәйләнештәр булдырыу, сит дәүләттәрҙең мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Быйыл байрам 8 − 12 июндә Ғафури районында, Өфө, Ишембай, Салауат, Күмертау ҡалаларында ойошторола.
n БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары ҡарары бу-йынса, Нуриман районында Тирәкле ауылы тергеҙеләсәк. «Башҡортостан Республикаһының Нуриман районында географик объект булдырыу тураһында»ғы закон проекты республика парламентының пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа тикшерелде. Тирәкле ауылы 1982 йылда теркәү иҫәбенән алынған һәм әлеге ваҡытта дача ҡасабаһы булып иҫәпләнә ине.
Башҡортостандың биш районында ҡарабойҙай сәсеү тамамланды. Мишкә һәм Хәйбулла райондарында был культура планға ҡарата ике тапҡырға күберәк майҙанда сәселде. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә сәсеү 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән.
Республикабыҙҙа Төбәк-ара умартасылыҡ продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр эшмәкәрлеген координациялау ассоциацияһы булдырылды. Башҡортостан балын һәм умартасылыҡ продукттарын Рәсәй һәм донъя баҙарҙарына сығарыу яңы ойошманың төп бурыстарының береһе булып тора. Шулай уҡ ойошма республика һәм Рәсәй умартасыларының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итәсәк.
З. ЙӘһҮҙина әҙерләне.