«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәскәүҙән – Екатеринбургҡа мотлаҡ Өфө аша



31.05.2013 Мәскәүҙән – Екатеринбургҡа мотлаҡ Өфө аша

Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Башҡортостандың баш ҡалаһы аша үтәсәк.
Рәсәйҙә тимер юл бәйләнешен үҫтереү мөмкинлектәре бер нисә көн элек Сочиҙа үткән кәңәшмәлә тикшерелгәйне. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Магистраль РФ Пре­зи­дентының «Рәсәй Федера­цияһында юғары тиҙлекле тимер юл транспорты хәрәкәтен ойоштороу саралары тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлә.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Moody’s Investors Service компанияһы аналитиктары менән осрашыуҙа ла шуны белдерҙе.
Ошо көндәрҙә белгестәр килеп, берлектәге транспорт коридоры төҙөлөшө ентекле тикшереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға