31.05.2013 Бюджет йөкләмәләрен дөрөҫ планлаштырыу тураһында уйларға кәрәк
Был аҙнала бюджет үтәлеше, сығымдары, бюджетҡа ингән һалым тураһында байтаҡ ҡына рәсми һөйләшеү булды.
Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса, республиканың тупланма бюджеты 3,4 миллиард һум профицит (килемдең сығымдан артыуы) менән үтәлгән. Әммә быға килемдең артыуы түгел, ә күҙалланған сығымдарға аҡсаның тулы кимәлдә файҙаланылмауы сәбәпсе. Был хаҡта бюджет буйынса республика кәңәшмәһендә төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина белдерҙе.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәрен «дөрөҫ планлаштырырға» саҡырҙы.
– Средстволарҙы тигеҙ файҙаланырға кәрәк, бюджет үтәлеше буйынса бурыстарҙы йыл аҙағына ҡалдырырға ярамай, – тине ул.
Президент Башҡортостанда килем потенциалын, бюджетҡа һалым һәм һалымдан тыш керемдәрҙе арттырыу буйынса ведомство-ара кәңәшмә лә уҙғарҙы.
Былтыр әлеге күрһәткестәр буйынса республика илдә 12-се урында торған. Рәсәйҙә ҙур нефть табыусы төбәктәр барлығын иҫәпкә алғанда, был насар күрһәткес тә түгел. Ә килемде йән башына бүлгәндә, 45-се урынға төшәбеҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйылға бюджетты проектлағанда өҫтәмә финанс средстволары табыу өсөн Хөкүмәт сығымдарҙы оптималләштерергә ҡарар иткән.
Республика бюджетына ингән һалымдың 40 проценты 27 һалым түләүсенеке. Улар, башлыса, уңышлы эшләүсе эре предприятиелар. Әммә һуңғы ваҡытта килемгә һалынѓан һалым күләменең түбәнәйеүе күҙәтелә. Был “Башнефть”, ”Рәсәй тимер юлдары”, ”Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәмғиәттәренә ҡағыла.
Өс йыллыҡ бюджет дефициты яҡынса 10 – 11 миллиард һумға етә. Уны ҡаплау өсөн заем да алына. 2015 йылға республиканың дәүләт бурысы 20 миллиард һумдан ашып китеүе ихтимал. Шуға ла һалымдар менән етди эшләү талап ителә.
2012 йылда республикала маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға бюджеттан 64,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Төбәк ҡаҙнаһынан барлығы 44 программа финансланған. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һүҙҙәренсә, 2012 йылда ғәмәлдәге программаларҙы финанслау күләменең 50 проценты – мәғарифҡа, 23 проценты – социаль өлкәгә, 19 проценты – инфраструктураны үҫтереүгә һәм 3 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән. Хөкүмәт тарафынан яңы алты социаль әһәмиәтле проект ҡабул ителгән.
Улар иҫәбендә хеҙмәт һаҡлауҙы һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға, өҫтәмә белем биреү системаһын, йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә, һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыуға бәйле программалар бар. Бынан тыш, 2012 йылда урман хужалығын, мәғлүмәт йәмғиәтен, эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытлы саралар ҙа тормошҡа ашырыла башлаған.