28.05.2013 Өс һөйләм менән
Башҡортостанға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович килеп, «Башнефть-Новойл» предприятиеһында яңы сәнәғәт комплексын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, “Башнефть”, Башҡортостан предприятиелары араһында флагман булараҡ, һис шикһеҙ, үҫергә, киңәйергә тейеш, һөҙөмтәлә республика иҡтисады ла үҫәсәк. Аркадий Дворкович асылған комплексты яҡшы баһаланы һәм уның 4 – 5-се класлы юғары технологиялы бензин алырға мөмкинлек биреүен, республикаға ла килем килтереүен билдәләне.
3 июндә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Бәйгелә 16 − 35 йәштәге студенттар, аспиранттар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, юридик фәндәр кандидаттары һәм докторҙары, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең һайланған органдары ҡарамағындағы йәштәр советтары ағзалары ҡатнаша. Әлеге ваҡытта конкурсҡа тәҡдим ителгән барлыҡ проекттар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының профилле комитеттарында тикшереү үтә.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары ситтә гастролдәрен башланы. 26 − 31 майҙа «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле гастролдәр менән Сыуашстан Республикаһында булһа, артабан Бейеү театры коллективы һәм филармония солистары Һарытауға һабантуйға юлланасаҡ. 3 июндә коллектив Краснодар крайында сығыш яһаясаҡ.
Республика табип-физкультура диспансеры, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап, 31 майҙа йәш пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғара. Физкультура, спорт менән шөғөлләнгән балалар медицина тикшереүе үтә ала. Ата-әсәләргә лә Һаулыҡ үҙәгендә сәләмәтлеген тикшертеү мөмкинлеге биреләсәк.
14 – 16 июндә Мәскәүҙә дүртенсе тапҡыр үтәсәк Бөтә донъя еңеүселәр уйындарына Башҡортостандан яман шеш сирен еңгән 15 бала бара. Улар спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ, спорт, сәнғәт «йондоҙҙар»ының сығышын ҡарай аласаҡ. Рәсәйҙең «Тормош бүләк ит!» мәрхәмәтлек фонды сараға сит илдәрҙән дә балаларҙы саҡырған.
Республиканың машина-технология станциялары 1 июлдән үлән сабыуға һәм сенаж әҙерләүгә төшөргә әҙер. Быйыл мал аҙығы әҙерләү кампанияһында Башҡортостан МТС-тары килешеү нигеҙендә тәжрибәле механизаторҙарҙы ла йәлеп итәсәк. Бөгөн үҙйөрөшлө аҙыҡ йыйыу техникаһының 50 проценты әҙер.
Өфөлә 6750 рәсми эшһеҙгә 26200 вакансия тура килә. Йыл башынан мәшғүллек үҙәгенә 71700 эш урыны тураһында мәғлүмәт килгән. Бөтәһе 5800 кеше эшкә урынлашҡан.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.