«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре



28.05.2013 Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә бер нисә көн дауамында «Ҙур химия» форумы үтте. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, сара йылдан-йыл үҫешә, абруйы арта, унда ҙур предприятиелар, министрлыҡтар етәкселәре йыйыла.
Тиҙҙән Бөтә Рәсәй газ һәм химия үҙәген булдырыу күҙаллана. Был – ошондай форумдар һөҙөмтәһе.
Рөстәм Хәмитов Euromoney компанияһы ҡатнашлығында ойошторолған инвестиция конференцияһы менән «Газ. Нефть. Техно­логиялар» күргәҙмәһенең әлеге сара менән бер ва­ҡыт­та үткәрелеүен билдәләне.
Рөстәм Хәмитов форумдағы сығышында Башҡор­тос­тандың яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү буйынса күҙаллауҙары ме­нән дә бүлеште. Ре­спублика етәксеһе «Газпром нефтехим Салауат» ниге­ҙендә полимерҙар эшкәртеү бу­йынса индустриаль парк, нефть химияһы тармағын яңыртыу тураһында һөйләне. Был пландарҙың барыһы ла бойомға ашырылған хәлдә, республикала тулайым төбәк продукты яҡынса 200 миллиард һумға артасаҡ, алты мең өҫтәмә эш урыны булдырыласаҡ.
Экспорттың күп өлөшөн сеймал тәшкил итә. Илебеҙ сеймал менән тәьмин ителгән, әммә уның өлөшөнә донъяла етештерелгән продукцияның ни бары ике проценты тура килә. Башҡортостан нефть сығарыу күләме буйынса – бишенсе, уны тәрән эшкәртеү күләме буйынса беренсе урында тора. Шулай ҙа нефть һәм газ сеймалын эшкәртеү буйынса беҙҙең позициялар юғары түгел: пластмасса изделиелар етештереү буйынса – 12-се, резина изделиелар буйынса – 16-сы урын. Башҡор­тостандың 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһын әҙерләгәндә лә юҡҡа ғына тәрән эшкәртеү күләмен артты­рыу­ға иғтибар йүнәлтелмәгән.
Президент фекеренсә, фән, машиналар эшләү, нефть химияһы, металлургия, автоматика, проектлау, электроника кеүек өлкәләр­ҙә Рәсәйгә үҙ позицияларын кире ҡайтарыу өсөн эшкәртеү тармаҡтарын үҫтерергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға