«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанда Төркиәнең Почетлы консулы буласаҡ



28.05.2013 Башҡортостанда Төркиәнең Почетлы консулы буласаҡ

Республикала Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы булып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов менән осрашты.
– Өфөгә визит бик файҙалы булды. Башҡортостандың баш ҡалаһына икенсе тапҡыр килдем. “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашып, шуны билдәләй алам: Башҡортостандың төбәктә был йүнәлеште үҫтереү үҙәктәренең береһенә әүерелеүен күрҙем, – тип билдәләне Сабри Тунч Ангылы. Уның һүҙҙәренсә, форумда ул Төркиәнең ҙур төҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән танышҡан. Улар Рәсәйҙең нефть химияһы комплексы объекттарын яңыртыу проекттарында ҡатнашырға теләй.
Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән Башҡор­тостан Республикаһының презентацияһында Өфөгә Төркиә эшҡыуарҙарының килеүе тураһында һөйләшеп килешелгән. Вице-премьер Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Төркиә вәкилдәрендә нефть һәм ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы кеүек йүнәлештәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Быйыл көҙ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Төркиәгә эш сәфәре күҙаллана.
Ә Башҡортостанда Төркиәнең Почет­лы консулын тәғәйенләү темаһы күптән алып барыла. Был мәсьәлә буйынса үҙ-ара килешеү процедураһы тамамланғас, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына мөрәжәғәт ителәсәк.
– Почетлы консул мотлаҡ Рәсәй гражданы буласаҡ, – тине Сабри Тунч Ангылы әфәнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға