24.05.2013 Михаил Бабич килеп китте
Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич округ мосолмандарының диниә назараттары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп маҡсаты итеп экстремистик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында власть органдары менән дин әһелдәренең берлектә эш алып барыу стратегияһын әҙерләү билдәләнгәйне.
Михаил Бабич фекеренсә, уны экстремистар берләшмәләренең әүҙемләшеүе борсой, әлеге проблема мосолман халҡы йәшәгән илдәрҙән кешеләрҙең күпләп килеүенә бәйле. Миграция хеҙмәте күрһәткестәренә туҡталғанда, 2012 йылда Волга буйы федераль округында миграция иҫәбенә бер миллиондан ашыу кеше ҡуйылған. Уларҙың 75 проценты – Урта Азия һәм Кавказ аръяғынан килеүселәр. Беҙҙең илдә сит идеологиялар таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн тап диниә назараттары мигранттарҙың Рәсәйҙә йәшәүгә яраҡлашыуында әүҙем ҡатнашлыҡ итергә тейеш.
Тағы бер проблема бар – имамдар араһында әҙерлекле кадрҙар етешмәй. Округта 21 мәҙрәсә эшләй, әммә уларҙа йәш кадрҙар әҙ. Шуға күрә мосолман йәштәрен дини-патриотик рухта тәрбиәләү программаһын булдырыу ҙа кәрәк. Йәнә диниә назараттары араһында айырым проблемалар буйынса кураторҙар институты ла эшләһә яҡшы булыр ине.
Михаил Бабич билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең сит илдә белем алыуы йәһәтенән тәртип булмауы күҙәтелә. Волга буйы федераль округы субъекттары мосолмандарының диниә назараттары 300-гә яҡын кешене сит илгә уҡырға ебәрһә, үҙ аллы киткән студенттар һаны биш меңгә етә. Был иһә, граждандарҙың күпселеге күҙәтеү аҫтынан сыға һәм уларҙың традицион булмаған дини ағымдарға ҡушылып китеүе бар, тигән һүҙ.
Михаил Бабич Өфөлә “Ҙур химия” форумында ҡатнашты, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек барышы менән дә танышты.