21.05.2013 Инспекциянан – комитетҡа
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бығаса БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы вазифаһын биләгән Илдар Замалетдиновты Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығының икенсе Указы менән БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты итеп үҙгәртелде.
Илдар Ғәҙелйән улы Замалетдинов Ейәнсура районында тыуған, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 2008 йылдан әлегә тиклем республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, баш дәүләт торлаҡ инспекторы булып эшләне.