«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Мең велосипедсы көнө”ндә 4000-ләп кеше ҡатнашты



21.05.2013 “Мең велосипедсы көнө”ндә 4000-ләп кеше ҡатнашты

“Мең велосипедсы көнө”ндә 4000-ләп кеше ҡатнаштыСара Өфөлә уҙғарылған матур бер йолаға әүерелде. Тәүге йылы, 2011 йылда, 350 велоһөйөүсе ҡатнашҡайны. Былтыр стартҡа 1300 кеше сыҡты, ә быйыл иһә әлеге һан бер нисә тапҡырға артҡан.
Халыҡ-ара велосипедсы көнөндә, йәғни 19 майҙа, бындай уҙыштар Рәсәйҙең һәр ҡалаһында тиерлек үтә. Өфөлә был көндө старт һыҙығы ҡаланың иң популяр урынынан – Ленин исемендәге майҙандан (ҡала советы алды) башланды. Велосипедсылар Конгресс-холға тиклем килергә тейеш ине. Уҙышҡа быйыл да Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сыҡты. Уға Өфө мэры Ирек Ялалов менән ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Сергей Степанов та ҡушылды.
– Беҙҙең велосипедсыларҙың дуҫлығы нығый, был спорт төрө үҫә. Ҡала етәкселегенән махсус юлдарҙы ла күберәк һорарға кәрәк, әлегеһе беҙгә етмәй, – тип белдерҙе Президент.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға