«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡытай менән эштәр көйләнә



21.05.2013 Ҡытай менән эштәр көйләнә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республика­һына ба­рып ҡайтты.
Сәфәр барышында Ҡытай Республикаһының власть һәм бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Делегация ағзалары ҙур предприя­тие­лар­ҙың эшмәкәрлеге менән дә танышты.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, унда беҙҙекеләр Ҡытайҙың байтаҡ провинцияһы етәкселеге менән осрашып, фекер алышты, ошо сара барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымы төбәктәре менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.
Рөстәм Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының презентацияһы менән сы­ғыш яһаны, Ҡытай провинциялары менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тура­һында һөйләне.
Әйткәндәй, 2012 йыл йомғаҡтары буйынса, Баш­ҡортостан менән Ҡытай араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 609,8 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорт – 483 миллион, импорт – 126,8 миллион доллар. Башҡор­тостандың дөйөм тышҡы сауҙа әйләнеше күләмендә Ҡытай алтынсы урында тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға