«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



21.05.2013 Өс һөйләм менән

22 − 23 майҙа Республика иппотерапия үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Ҡанатлы аттар» фестивале үтә. Был уникаль проект БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Баш­ҡортостан физик культура институты ярҙамында Өфөлә дүртенсе тапҡыр ойошторола. Фести­валдең беренсе көнөндә ат спорты буйынса махсус Олимпиада программаһы буйынса ярыштар ҡа­рал­ған, икенсе көнөндә балалар хәйриә акцияһында ҡатнашасаҡ.

23 − 26 майҙа «Магнито­горскиҙа Башҡортостан продукцияһы көндәре» төбәк-ара күргәҙмәһе уҙа. Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы ара­һында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы, бындай сара ҡалала тәүге тапҡыр ойошторола. Күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек, һаулыҡ өсөн тауарҙар, фитопродукция, ҡулдан эшләнгән сувенирҙар, өҫ һәм аяҡ кейеме, текстиль һәм, әлбиттә, данлыҡлы башҡорт балы тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан делегацияһы Волга буйы федераль округының «Туриада – 2013» спорт-туристик лагерында ҡатнашасаҡ. Сара Һарытау өлкәһендә 22 − 25 майҙа үтә. Туризм буйынса спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе Николай Пестов етәкселегендәге команда составына 35 кеше инде.

Республика Хөкүмәте 2013 йылға емерек хәлдәге торлаҡтан граждандарҙы күсереүгә республика адреслы ярҙамын раҫланы. 2013 йылда граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн республика бюджетынан 241,5 млн һум аҡса бүленәсәк. Өҫтәмә сығанаҡтарҙан тағы ла 23 млн 233 мең һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Өфөлә Атлы туризм үҙәге булдырыласаҡ. Бындай ҡарар баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Ипподромдың генераль директоры Руслан Ғиззәтуллин билдәләүенсә, ипподром коллективы республикабыҙҙың Туризм буйынса агентлығы, туроператорҙар һәм юғары уҡыу йорттары менән берлектә халыҡ араһында атлы туризмды популярлаштырыу стратегияһын әҙерләй ала, шулай уҡ был өлкәлә инструкторҙар әҙерләү, яңы туристик маршруттар ойоштороу буйынса эшмәкәрлек алып барырға әҙер.

Башҡортостанда дәүләт социаль ярҙамы алыуға хоҡуғы булған дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн шифаханала бер көн булыуҙың хаҡы билдәләнгән. Башҡортостан Хөкүмәте ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, уның күләме быйыл 1190 һумдан артмаясаҡ. Әлеге ваҡытта Бр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан республиканың дәүләт учреждениелары белгестәренә медицина ярҙамы күрһәтеүсе шифахана-курорт ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу буйынса эш башланған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға