«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Улар нахаҡҡа рәнйетелгән



30.10.2010 Улар нахаҡҡа рәнйетелгән

Улар нахаҡҡа рәнйетелгәнИлдә Сталин режимы хөкөм һөргән йылдар­ҙа булған сәйәси золомдо өс тулҡынға бүлеп ҡарайҙар. Беренсе тулҡын 1929 – 1930 йылдар­ға тура килеп, «ауылда юғарынан атҡарылған революция» тип аталһа, икенсеһе һәм иң көслөһө 1937 – 1938 йылдарҙа була. Был осор тарихсылар тарафынан «синфи көрәш» тип исемләнгән. Өсөнсөһө инде илленсе йылдар­ҙың башында башлана. Беренсе тулҡында илебеҙҙәге хәллерәк, белемлерәк кешеләрҙе /ғаиләләрҙе/ «кулактар» тип ҡулға алғандар. Бөтә әйберҙәрен аукционда һатҡандар, ә ҡулға алынмай ҡалыусылар урамда йәки мунсаларында балалары менән тороп ҡалған. Икенсе тулҡында инде ҡулға алыныусыларға «халыҡ дошманы» тигән ялған яла яҡҡандар. Атайым Мөхитдин – 34 йәшендә, ә бына Әҡсән ағайым 20 йәшендә «халыҡ дошманы»на әйләнгән. Уларҙың бер синыф та белеме булмаған. Әҡсән ағай ҡатыны менән 3х4 метрлыҡ өйҙә йәшәгән, ә атайымдың һыйыры, аты, өйө һәм дүрт балаһы була. Өйҙәрендә тентеү үткәрәләр, ләкин бер нәмә лә тапмайҙар. Ауылдан ҡыуылғандарҙың барыһының да хәлдәре, көнкүреше атайым­дар­ҙыҡына оҡшаш була, шуға ҡарамаҫтан, бөтә әйберҙәре тартып алына. Хәлһеҙҙәр һәм ҡарттар Белорет һәм Өфө ҡалаларында уҡ атыла, ә ҡалғандарының күптәре унар йылға яңы төҙөлөштәргә оҙатыла. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай.
Башҡортостандың Бәләбәй кантонының Куручевский өйәҙендә урынлашҡан Тыпый ауылында 1884 йылда тыуған Шәйхизаман һәм 1883 йылда тыуған Гөлсөм Ғабдуллиндар матур ғына йәшәгән була. Бөтә ғаилә менән иген, йәшелсә үҫтереп, мал үрсетеп, һәр урында үҙ көстәре менән тырышып донъя көтәләр. Бер өйҙәре, ике аты, дүрт эре малы, биш баш ваҡ малы, бер нисә умартаһы булған. 1929 йылда ғаилә башлығын ҡулға алалар һәм 1930 йылдың 13 ғинуарында өс йылға хөкөм итәләр. Бөтә әйберҙәрен, йортон һаталар. Ғаилә урамда тороп ҡала һәм һуңынан хужа артынан Белорет районының Күҙйылғалағы урманға оҙатыла. Меңәр йыл киҫелмәгән ҡарағай урманына килтереп урынлаштыралар, ҡулдарына балта һәм рамлы бысҡы тотторалар. Ошо ҡоралдар менән ҡарағайҙарҙы йығып, үҙҙәренә йәшәр өсөн барак төҙөргә кәрәк була. Ашарға аҙыҡ етешмәй, ҡар иреп бөткәс, һарына, әтлек, төрлө көпшәләр ашап туйыналар. Рөхсәтһеҙ ситкә сыҡһаң, каталажкаға ябыуҙарын көт тә тор. Унда инде эш тә, аш та юҡ. Иң яҡын ауылдар – Асы, Манышты, Инйәр, Көҙйылға, Бирҙеғол. Уларға барып ҡайтыр өсөн ике-өс көн кәрәк. Барыуҙан да әллә ни файҙа юҡ, халыҡтың үҙҙәренә лә ризыҡ юҡ. Аслыҡтан бик күп кеше ҡырыла. Өлкәндәр, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, иң тәүҙә балаларын ашата.
Ғабдуллиндарҙың иң оло балаһы, 1913 йылда тыуған ҡыҙҙары Сажиҙә, Өфө ҡалаһынан алыҫ булмаған «Моторный» заводына эләгә. Бында «халыҡ дошмандары»на иң ауыр эштәр бирелә.18 йәшлек бәләкәй генә кәүҙәле ҡыҙға бик ауыр була. Сөнки «халыҡ дошмандары»на план күберәк бирелә, уны үтәү өсөн ҡыҙға төндә лә эшен дауам итергә тура килә. Үҙен ата-әсәһе янына ебәреүҙәрен һорай торғас, Сажиҙә моратына ирешә. Артабан яҙмыштың әсе һурпаһын ул яҡындары менән бергә татый.
Атаһы, Шәйхизаман Ғабдуллин, тыуған ауылына ҡайта алмай. 1930 йылда Күҙйылғаға килә һәм шунда үлеп ҡала. Әсәһе Гөлсөм дә 1966 йылдың сентябрендә шунда вафат була.
... Яйлап тормош үҙгәрә. Дәүләт сәйәсәте лә әҙерәк йомшара. Тотҡонда булғандарҙың иҫәндәре тыуған яҡтарына тартыла. Тик күбеһе сит ерҙәрҙә башын һала. Яҡындарын юғалтҡан Сажиҙә лә үҙ тормошо менән йәшәй. Һөргөндә тормошҡа сыға. Золом ҡорбандарына ҡарал­ған йәшәү урыны ла бирелмәгәнлектән, балалары үҫкәнсе шул Күҙйылғала донъя көтә. Кесе быуын үҫеп етеп, эшләй башлағас ҡына Белорет ҡалаһында ятаҡта, һуңынан Инйәр ҡасабаһында өй һатып алып, уны ремонтлап, шунда йәшәйҙәр. Донъяның, заманының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған Сажиҙә апай туғыҙ йыл элек Инйәр ҡасабаһында донъя ҡуя.
Илдә реабилитациялау «елдәре» иҫә башлағас, ул үҙенең ғаиләһенең исемен аҡлауҙы юллай башлай һәм төрлө яуаптар ала. Бына шуларҙың береһе: «По материалам архивного уголовного дела, Габдуллин Заман Габдуллич (текста шулай – авт.), 1884 года рождения, уроженец и житель д. Тупеев Куручевскиой волости Белебеевского кантона БАССР, постановлением «тройки» ГПУ БАССР от 13 января 1930 года по ст. 58 - 10 УК РСФСР был заключен в концлагерь сроком на 3 года. Приговор конфискацию имущества не предусматривал. Реабили­тирован 21 сентября 1989 г. Прокуратурой БАССР.
Сведений о поименном составе семьи Габдуллина З. Г. на момент ареста в материалах архивного дела не имеются. Кроме записи следующего содержания в протоколе допроса в графе «Семейное положение»: «женат, семьи – 4 ч.» Зам. начальника УФСБ РФ по РБ: Э. Нигамедзянова».
Һуңғы йылдарҙа репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн үткәреп киләбеҙ. Золом ҡорбандарының күптәре хәҙерге ваҡытта был яҡты донъяла юҡ инде. Закон буйынса уларға һәм ғаиләләренә байтаҡ льгота ҡаралған. Ләкин әлеге ваҡытта уларҙың тулы кимәлдә үтәлмәүе йәл.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға