«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Барыһы ла сәләмәтлекте һаҡлау өсөн



21.05.2013 Барыһы ла сәләмәтлекте һаҡлау өсөн

Башҡортостандың 11 дауаханаһы күсмә медицина комплексы алды. “Камаз” автомобиле йөрөткән мо­биль поликлиника Республика кардиология диспансерына, Октябрь­ский, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Күмертау, Бөрө, Сибай, Мәсәғүт дауаханаларына тапшырылды.
Асҡыстарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡулынан медицина учреждениелары етәкселәре алды.
Был “тәгәрмәсле” мобиль поликлиника халыҡҡа медицина ярҙамының тиҙ барып етеүен тәьмин итеү өсөн эшләнде.
– Күсмә комплекстар иң төпкөл ауылдар халҡына ла медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Әлбиттә, ниндәй генә алдынғы ҡорамалдар булмаһын, барыбер иң тәүҙә беҙҙең табиптарҙың һөнәрилеге талап ителә.
БР һаулыҡ һаҡлау министры ла, республикалағы халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алып, тап шул йәһәттән медицина ярҙамын камиллаштырыуҙы мөһим тип һанай. Әйткәндәй, республиканың күсмә ҡорамалдар файҙаланыуы федераль кимәлдә лә хуплау тапҡан. Һаулыҡ үҙәктәре алыуға аҡса ла Башҡортостанға яңыртыу программаларын уңышлы үтәгәне өсөн премия булараҡ бирелгән.
Әлеге 11 күсмә медицина комплексының хаҡы – 281,5 миллион һум.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға