«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



17.05.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Ҡурҡытты...
Был аҙнала беҙҙе...Яҡутстандың бер нисә районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Һыу ташыу арҡа­һында мең ярымға яҡын кеше бәләгә тарыған. Ҡайһы бер ауыл-ҡасабалар тулы­һын­са һыу аҫтында ҡалған. Республиканың баш ҡалаһы ла зыян күргән. Халыҡҡа ике самолет гуманитар әйберҙәр − палаткалар, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ ебәрелгән.
Республиканың һигеҙ муниципаль берәмегендә янғын ҡотора. Ут көндән-көн нығыраҡ тарала, уның майҙаны бер мең гектар тәшкил итә.

Аптыратты...

Әлеге мәлдә РФ Дәүләт Думаһында «иҡтисади амнистия» проекты ҡарала.
Йәғни иҡтисад өлкәһендә енәйәт ҡылыусылар төрмәнән сығарыласаҡ. Әммә улар килтергән зыян күләмен аҡсалата ҡапларға тейеш.
Әгәр ҙә закон үҙ көсөнә инһә, алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар (шул ваҡыттың өстән бер өлөшөн ултырған шартта), ауырлы, 14 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 55 йәштән өлкән ҡатындар иреккә сығасаҡ.
Парламентта алты йылға төрмәгә эләккән үҫмерҙәр­ҙе лә (яза ваҡытының бер йылын ултырған шартта) иреккә сығарыу мәсьәләһе ҡарала. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, СССР-ҙың йәки РФ-ның дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар, радиация эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеүселәр, I һәм II төркөм инвалидтары, 60 йәштән оло ир-егеттәрҙең дә амнистияға эләгеүе ихтимал.

Хайран ҡалдырҙы...
Ҡытайҙың өс авиакомпанияһынан Пекин, Сиань, Шэньчжэнь һәм Нанкин ҡалаларына юлланған биш самолетҡа бомба һалыныуы тураһында аноним хәбәр еткерелә.
Шундуҡ самолет, пасса­жир­ҙар һәм багаж тулыһынса тикшерелә, бәхеткә күрә, бер ниндәй ҙә хәүефле әйбер табылмай. Полиция оло ғауға ҡуптарыусыны тиҙ асыҡлай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән 26 йәшлек Ван фамилиялы егет ҡылығын бер нисек тә аңлата алмай. Үҙенсәлекле юморы уға бик ҡиммәткә төшәсәк, ул 15 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.

Ҡыуандырҙы...
Былтыр Рәсәйҙең 79 төбәгендә тыуым артҡан, 68-ендә үлем кәмегән.
Былтыр 1,896 млн бала тыуған, был, 2011 йылға ҡарағанда, 5,7 процентҡа күберәк. 2012 йылда 1,898 млн кеше үлгән (2011 йыл менән сағыштырғанда, 1,4 процентҡа кәм). Һуңғы ике йылда халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо арта.
2012 йылдың ун бер айы һөҙөмтәһе буйынса, тәбиғи артым 4,5 мең кеше тәшкил итә. РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, бындай күрһәткес 1990 йылдан бирле булмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға