17.05.2013 Байҙар илармы?
Владимир Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһында эш башлағас та ҡул ҡуйған Указдарына бер йыл ваҡыт үтте. Ил башлығы үҙе уларҙың үтәлеше тураһында апрелдә уҙған “тура эфир”ҙа һөйләгәйне инде. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев иһә Указдарҙың үтәлеш ваҡытын ҡыҫҡартырға ниәтләй. Ул ҡул аҫтындағыларға, Путин Указдарының байтағы ваҡытынан ике-өс аҙна алдан бойомға ашырылырға тейеш, тигән күрһәтмә биргән.
Иң тиҙ башҡарылаһы эш – Рәсәйҙә байлыҡҡа һалым индереү. Путин уны 1 ноябргә үтәргә ҡушҡан, ә хәҙер октябрь урталарына уҡ ҡануниәткә үҙгәрештәр индереләсәк. Ҡиммәтле автомобилгә һәм ҙур күсемһеҙ милеккә һалым һалыу ҡарала. Хаҡы биш миллион һумдан юғарыраҡ автомобилгә һалым ставкаһы – ике тапҡырға, 10 миллион һумдан ҡыйбатыраҡ торғандарына өс тапҡырға арта.
Ә хан һарайҙары кеүек йорттарға һалым ниндәйерәк булыр, билдәле түгел әле.