«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Байрамдан һуң…



17.05.2013 Байрамдан һуң…

РФ Дәүләт Думаһы спикеры урынбаҫары Сергей Железняк Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен инҡар итеүселәргә һәм нацизмды аҡлаусыларға ҡарата енәйәти яуаплылыҡ индереү башланғысы менән сыҡты.
Быға системаһыҙ оппозиция вәкилдәренең Еңеү байрамын үткәреүгә ризаһыҙлыҡ белдереүе сәбәпсе булған. Системаһыҙ оппозиция сараға әҙерлекте өнәмәүен асыҡ белдергән, Бөйөк Ватан һуғышы ике тоталитар режим һәм тирандың алышы булған, тигән кеүек аҡылһыҙ фекерҙәрен еткергән.
Железняк әфәнде уларҙың бындай сығышынан аптырашта. “Улар беҙҙең илде шул тиклем күрә алмай, халҡын яратмай, йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булып торған йолаларыбыҙҙы һанға һуҡмай, Еңеү парадтарына, Георгий таҫмаларына төкөрөп ҡарай, – тип белдерә вице-спикер. – Ундайҙар мотлаҡ язаһын алырға тейеш!”
Ысынлап та, 9 Май – беҙҙең һәр кемебеҙ өсөн мөһим байрам. Арабыҙҙа әҙ генә ҡалып барған ветерандарҙың һуғышта күргән-кисергәндәренә битараф булырға ярамай. Кире­һенсә, илде дошмандан һаҡлау өсөн күкрәген ҡуйып алға барған бабай-инәйҙәргә ихтирам булырға тейеш. Ә инде системаһыҙ оппозиция тип йөрөтөлгән кешеләрҙең ветерандар йөҙөнә бәрелгән таш кеүек ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәре яуапһыҙ ҡалмаһын ине.
Әле Дәүләт Думаһында Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен ин­ҡар итеүселәргә, уның һөҙөмтәләрен яңынан ҡарарға маташыусыларға һәм нацизмды аҡлаусыларға ҡарата енәйәти яуаплылыҡ индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын әҙерләргә уйлайҙар.
Кемгәлер беҙҙең халыҡтың, ветерандарҙың, яуҙа һәләк булған шәһиттәрҙең батырлығын шик аҫтына ҡуйырға, миллионлаған ҡорбандың ру­хын рәнйетергә юл ҡуйылмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға