«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Бәләкәй” эшҡыуарҙар, ярҙам һорарға мөмкин



14.05.2013 “Бәләкәй” эшҡыуарҙар, ярҙам һорарға мөмкин

Ошо аҙнала республикала “Башҡортостан Республи­каһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү” махсус программаһы (2013 – 2018 йылдарға иҫәпләнгән) буйынса финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул ителә башлаясаҡ.
Бында эшҡыуарҙар түбәндәге сығымдарына өлөшләтә субсидия юллай ала: лизинг буйынса түләүҙәргә; сит илдәр­ҙә күргәҙмә-йәрминкә сара­ларында ҡатнашыу бу­йынса тотонған сығымдарға; тауар экспортлау өсөн мөһим булған ҡануниәт талаптарын үтәү буйынса түләнгән аҡсаға; белем алыуға бәйле түләүгә (эшсе кадр­ҙар әҙерләү, уҡытыу, квалификацияһын күтәреү). Шулай уҡ энергия һаҡлау һәм 500 кВт-ҡа тиклемге электр энергияһы селтәре хужалығы объектына ҡушылыу программаларын бойомға ашырыуҙа ҡатна­шыу­сы эшҡыуарҙарҙың сы­ғым­дарын субсидиялау мөмкин.
Документтар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктә (Республиканское государственное автономное учреж­дение Многофун­к­циональный центр предоставления государственных и муниципальных услуг) ҡабул ителә. Бөтә мәғлүмәтте БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан алырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға