«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙекеләр маладис!



30.10.2010 Беҙҙекеләр маладис!

Үҙәк телеканалда барған «Нимә? ҡайҙа? ҡасан?» интеллектуаль уйыны белермәндәренең башын беҙҙең Учалы һылыуы «ҡатырып», еңеүгә өлгәшкән.
Учалынан Изида Әмирова, һайлап алыу турынан үтеп, белермәндәр менән «алышыр­ға» була. Һорауҙың да «кәттәһен» таба – Мысыр тарихына арнала ул. «Көньяҡҡа юллан­ған судноға боронғо мысырҙар ниндәй билдә ҡуйған?» – тигән һорау бирә Изида. Уның һорауы, етмәһә, «Нимә? ҡайҙа? ҡасан?» уйынының хәл иткес мәленә тура килеп, берҙән-бер уйынсы Эдуард Шагалға ғына төбәлә. Тегеләй ҙә маташып ҡарай Шагал, былай ҙа, әммә барыбер яңылыша. Иҡтисадсы булып эшләгән Учалы ҡыҙы Изида Әмирова, шулай итеп, 150 мең һум аҡсаға эйә була. Был сумманың 60 мең һумы белермәндәрҙе еңгәне, 90 меңе – иң шәп һорау өсөн.
Уйынды бөгөн Беренсе каналдан ҡарарға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға