07.05.2013 Донъя яңылыҡтары
Бына һиңә шоу!
Испанияның Мадрид ҡалаһында авиашоу ваҡытында фажиғә була.
Өс йөҙҙән ашыу кеше алдында самолет «элмәк» эшләй ҙә, үтә түбәндә осоуы сәбәпле, тамашасыларҙан йөҙ метр алыҫлыҡта ғына ангарға бәрелә. Көслө шартлауҙан һуң уны ут ялмай.
Пилот – Испанияның оборона министры ярҙамсыһы, ауыр тән яралары менән дауаханаға килтерелә, әммә уны ҡотҡара алмайҙар. Фажиғә арҡаһында ун һигеҙ кеше – тамашасылар, ут һүндереүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән.
Премьер-министрға атҡандар
Ҡаһирәлә Мысыр Премьер-министры Хишам Кандилдың кортежы утҡа тотолған.
Бер кеше йәрәхәтләнгән, ә хөкүмәт башлығы зыян күрмәгән. Һуңғараҡ полиция атыусыларҙың автомобилен ҡыуып еткән. Унда 18 – 29 йәшлек биш кеше булған. Улар, беҙ унда хөкүмәт башлығы булыуын белмәнек, уны үлтереү уйы юҡ, тип аҡланған.
Хишам Кандилдың кортежын ошолай «сәләмләү» тәүгә түгел. Быйыл февралдә Ҡаһирәлә үткән протест акцияһы барышында уға таш менән бәргәйнеләр.
Тарих ҡабатлана
Мюнхенда неонацистарға ҡаршы суд эше башланды.
Хөкөм эскәмйәһендә − биш кеше. Улар тиҫтәләгән кешенең ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнә.
1998 йылда ойошторолған неонацистар төркөмө элек өс кешенән торған. Улар туғыҙ мигрантты үлтергән, шуларҙың берәүһе − грек, ҡалғандары төрөк. Бынан тыш, күп тапҡыр кешеләрҙе талағандар. Төркөмдөң ике кешеһе 2011 йылдың ноябрендә үҙ-үҙенә ҡул һалған. Тере ҡалған Беате Чепе үҙенә ярҙамсылар ылыҡтыра. Ул ойоштороу эштәре менән шөғөлләнгән, йәғни машина яллау, ялған документтар әҙерләү, ҡорал менән тәьмин итеү уның иңенә төшкән. 38 йәшлек Чепеның ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеүе бар. Төркөмдөң башҡа ағзалары тураһында мәғлүмәт сер итеп тотола.
Өйөңдәге хәлде күршеңдән бел
Бөтә донъя матбуғат иреклеге көнө уңайынан француз репортерҙары бер нисә дәүләт башлығының плакатын Париж буйлап элеп сыҡҡан.
Был кешеләр «ирекле матбуғат дошмандары» исемлегенә ингән. «Опера» метро станцияһында Рәсәй башлығының да һүрәте бар. Француздар раҫлауынса, ул мәғлүмәт иреклеген сикләй.
Сочиҙа балыҡ менән бәшмәк ашатмаҫтар
Краснодар крайының «Роспотребнадзор» идаралығы 2014 йылда Сочиҙа Олимпия уйындары барышында дөйөм туҡланыу урындарында менюға индерергә мөмкин булған ризыҡтар исемлеген төҙөгән.
Исемлеккә ярашлы, кафе-ресторандарға һыра, алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, ҡунаҡтарға балыҡ, бәшмәк, ит һәм йәшелсә консерваларын тәҡдим итеү тыйылған. Был ҡағиҙәне үтәмәүселәргә йөҙләгән мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.