«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә яуаплы ведомство башлыҡтары менән осрашты



30.04.2013 Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә яуаплы ведомство башлыҡтары менән осрашты

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Всеволод Вуколов менән осрашыуҙа хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә заманса эш урындары булдырыу, контролде көсәйтеү, ҡағиҙә боҙоу өсөн яуаплылыҡты арттырыу, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелһә, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу, төбәктә яңы медицина объекттары төҙөү тураһында һүҙ барҙы.
Министр Өфөлә 200 урынға иҫәпләнгән перинаталь үҙәк төҙөү идеяһын хуплай. Проекттың дөйөм хаҡы 3,3 миллиард һум һәм уны 2015 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Рөстәм Хәмитовты Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко ла ҡабул итте. Һөйләшеүҙә, бер нисә ай элек Өфөлә уҙған йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү йомғаҡтарын барлағандан һуң, Өфөлә Паралимпия үҙәген һәм яңы Спорт һарайын төҙөү темаһы күтәрелде.
Рөстәм Хәмитов Өфөлә быйыл июндә ир-егеттәр араһында үтәсәк халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты, 2014 йылда Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын уҙғарыуға әҙерлек тураһында һөйләне, был юҫыҡта ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһын 2015 йылда ХVIII Сурдолимпия уйындарын үткәреүгә кандидат итеп тәҡдим итеү хаҡында ла әйтте. Министр билдәләүенсә, барлыҡ был йүнәлештәр буйынса федераль ведомство республикаға ярҙам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға