«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



30.04.2013 Донъя яңылыҡтары

Тағы талаш-тартыш

Триполи ҡалаһында Ливияның Сит ил эштәре министрлығын ҡамауға алғандар.
200 самаһы ҡоралланған кеше Каддафи режимын ҡолатыуҙа ҡатнашҡан элекке хәрбиҙәрҙе эшкә алыуҙы, реформа үткәреүҙе талап итә. Улар министрлыҡтан берәүҙе лә сығармай ҙа, индермәй ҙә.
Йыл ярым элек революция кисергән Ливия Көнбайыш илдәрен ныҡ ҡына борсоуға һала. Былтыр сентябрь айында Бенгази ҡалаһында АҠШ консуллығына террорсылар һөжүм итеп, бер илсене үлтерһә, ғинуарҙа Австра­лия, Германия, Нидер­ландтар, Франция һәм Швейцария илдәре граждандары, һөжүмдән ҡурҡып, Бенгазиҙы ташлап ҡасты.

«Күңелемде талай алмайһығыҙ»

Мәскәүҙә балерина Анастасия Волочкованың йортон талағандар.
Төнгө икелә өс бур артистканың өйөнә инеп, ирен һәм тағы бер ҡатынды туҡмай. Өҫкө ҡатта хеҙмәтселәрҙе бәйләгәндән һуң, ике сейфты алып сығалар.
Волочкова үҙенең Твиттерҙағы блогында былай тип яҙа: “Кешеләр, һеҙҙә яуызлыҡтың иге-сиге юҡ. Эйе, минең йортомдо таланылар. Тик күңелемде талау мөмкин түгел. Ул сикһеҙ бай!”

Рәсәйҙең көньяғында «эҫе»

Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров күршеһе − Ингушетия башлығы Юныс-Бәк Евкуров хаҡында киҫкен белдереү яһаны.
Евкуров – ике халыҡты талаштырыусы, бөгөн-иртәгә яуап бирәсәк, тине Ҡадыров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күршеләр сик буйҙарын бүлешә алмай. Ығы-зығы Чечен хәрбиҙәре Аршты ингуш ауылына БТР һәм хәрби “Урал”дарҙа килеп, ингуш хоҡуҡ һаҡсыларын туҡмап киткәндән һуң башланды. Ике башлыҡ та Мәскәүҙән ниндәй яуап булырын көтә.

Тоталь уңышһыҙлыҡ

Рәсәйҙәге һуңғы “Тоталь диктант” һөҙөмтәләре филологтарҙы борсоуға һалды (cоциаль селтәр­ҙәрҙә уны “Тоталь уңышһыҙлыҡ” тип атағандар).
Йылдан-йыл халыҡтың грамотаһы кәмей бара – диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Ново­сибирск, Омск, Брянск, Иркутск ҡалалары студенттары, эшселәре, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм чиновниктары былтырғыға ҡарағанда күпкә насар яҙған. Ә Ханты-Манси автономиялы округында бер-береһенән күсергәндәр, ахыры – бер үк хаталар ебәрелгән.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға