26.04.2013 Был аҙнала беҙҙе...
Көйөндөрҙө...
Бангладешта һигеҙ ҡатлы сауҙа үҙәгенең ишелеүе арҡаһында ҡорбандар һаны артҡандан-арта бара.
Әлегә 150 кешенең һәләк булыуы, биш йөҙләп халыҡтың йәрәхәтләнеүе хаҡында билдәле. Емереклектәр аҫтында тағы кешеләр бар. Иҫән ҡалғандарҙы эҙләшергә урындағы халыҡ та әүҙем ярҙам итә.
Бинала, йөҙәрләгән магазиндан тыш, дүрт тегеү фабрикаһы һәм банкылар урынлашҡан булған. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында унда 6 мең самаһы кешенең булыуы мөмкин. Шаһиттар әйтеүенсә, бер стена ярыҡ булған, етәкселек бинаның авария хәлендә булыуын белһә лә, бер ниндәй ҙә сара күрмәгән.
Аптыратты...
Рәсәйҙәге “атаҡлы” пирамида, моғайын да, тиҙҙән бөтә ер шарын солғап алыр, сөнки тиҙ һәм еңел байырға теләүсе йүләрҙәр күп.
Һүҙ Сергей Мавродиҙың “МММ” финанс пирамидаһы хаҡында бара. Ул Һиндостанда “үҫеп” ята, имеш. Был илдең өс штатында халыҡ әлеге алдаҡ йәтмәһенә эләгә бара, эләгә бара, ти. Хатта урындағы енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы, мутлыҡ ҡорбаны булып ҡуймағыҙ, тип халыҡҡа иғлан яһап йөрөргә мәжбүр.
Ҡасандыр бихисап асыҡ ауыҙҙан еңел генә аҡса йыйып “бейегәйгән” пирамида нигеҙендә ныҡ ултыра, буғай.
Кәйефләндерҙе...
Рәсәйҙең иң популяр спорт үҙәктәренең береһендә − “Шерегеш” тау-саңғы курортында күңелле һәм ҡыҙыҡ акция ойошторолған.
Сноубордсылар һәм саңғысылар купальниктарҙа бер юлы Йәшел тауҙан шыуып төшкән. Сарала барлығы 700 кеше ҡатнашҡан. Был һан Канадала ошондай уҡ шыуыуҙа әлегә тиклем рекорд тип иҫәпләнгән күрһәткесте уҙып киткән. Унда ни бары 250 кеше булған.
Шерегешта 1981 йылда уҡ төҙөлгән тау-саңғы комплексы донъяла иң алдынғыларҙан иҫәпләнә, шыуыу миҙгеле ноябрҙән апрель аҙағына тиклем дауам итә.
Ҡыуандырҙы...
Шишәмбелә РФ Дәүләт Думаһында уҙған кәңәшмәлә һүҙ сит илдәрҙә мөлкәте һәм байлығы булған чиновниктар тураһында барҙы.
Тауыш биреүҙәр күрһәтеүенсә, чиновниктарҙың сит илдәрҙә шәхси күсемһеҙ милке, банкыларҙа аҡса иҫәбе булырға тейеш түгел. Ә кемдең әлеге ваҡытта сит ил банкыларында иҫәптәре бар, уларҙы тиҙ арала (5 ай эсендә) ябырға бурыслы.
Чиновниктар төркөмөнә, власть вәкилдәренән тыш, Федераль именлек хеҙмәте, банкылар, дәүләт корпорациялары, прокуратура етәкселәре, уларҙың урынбаҫарҙары кеүек дәүләт шәхестәре инә.
Был закон проектын әҙерләүгә халыҡ фекере сәбәпсе булған.