26.04.2013 Башҡортостан Дәүләт Советы ултырышына тәҡдимдәр әҙерләй
Башҡортостан Рәсәй Дәүләт Советының “Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар тураһында” ултырышына материалдар әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ. Был исемлеккә илдең биш субъекты инә. Төбәктәрҙе һайлап алыуға уларҙың бюджет сығымдарын һөҙөмтәле тотоноу күрһәткестәре булышлыҡ иткән. Мәскәү мэры Сергей Собянин етәкселегендәге эш төркөмө составында 25 кеше, шул иҫәптә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та бар.
Ултырышты үткәреү мәсьәләләренә арналған тәүге кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина ҡатнашты.
Дәүләт Советы ултырышы быйыл августа Мәскәүҙә үтәсәк.