«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



23.04.2013 Донъя яңылыҡтары

Терактта ғәйепләнеүсе егеттәр – Чечнянан

Бостон марафоны ваҡытында теракт ойоштороусы Джохар Царнаев, тамағы яраланғанға күрә, тикшереүселәргә яҙма рәүештә мәғлүмәттәр бирә.
Ә Тамерлан, ағаһы, аңына килмәйенсә гос­питалдә үлгән.
Ағалы-ҡустылы Тамерлан һәм Джохар Царнаевтарҙың ни сәбәптән байрам мәлендә һөжүм ойоштороуын, күп кешене һәләк итеүен береһе лә белмәй. Чечен егеттәрен, Рәсәй яғының һорауы буйынса, 2011 йылда ФБР тикшергән, тик бер ниндәй ҙә шикле факт тапмаған булған. Ә өлкән Царнаев 2012 йылда Чечняла ярты йыл буйы террорсылар әҙерлеген үткән, тип баралар.
Хәҙер конгрессмендар ФБР директоры Роберт Миллер һәм АҠШ-тың Генераль прокуроры Эрик Холдерға хат әҙерләй. Улар Американың хәүефһеҙлек органдарын үҙ бурысына яуапһыҙ ҡарауҙа ғәйепләй.

Ниһайәт, хөкөм залында

Суд Анатолий Закка ҡарата хөкөм ҡарары сығара башланы.
2009 йылда Пермь ҡалаһындағы “Аҡһаҡ ат” клубында янғын 156 кешенең ғүмерен өҙҙө. Бинала пиротехник шоу мәлендә ут сығып, эвакуация юлдарының булмауы арҡаһында төтөндән һәләк булыусылар клуб хужаһы Анатолий Зактың намыҫында. Әммә ул үҙенең ғәйебен һис тә танырға теләмәй. Ошо көндәрҙә төп ғәйепләнеүсегә ҡарата суд булған. Прокурор Закты 10 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе талап иткән. Тағы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт тәҡдим иткән өсөн Зактың ҡулы аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр – Олег Феткулов һәм Светлана Ефремова хөкөм ҡарарын көтә.
Быға тиклем 2012 йылдың майында енәйәт эшенең тағы бер фигуранты – Константин Мрыхин 6,6 йылға колонияға ебәрелеүгә хөкөм ителгәйне.

Рәсәйҙең иң бай ғаиләләре

2013 йылда Рәсәйҙәге иң бай ғаилә бизнесы исемлеген Гуцериевтар, Ротенбергтар һәм Хачатуровтар асып ебәрә.
Ә 2011 йылғы лидерҙар − Ананьевтар быйыл тәүге өс иң бай һанынан төшөп ҡалған.
Исемлектә иң беренсе йылына 6,22 млрд доллар табыш алған бизнесмен Михаил Гуцериевтың ғаиләһе килә. Улар нефть менән шөғөлләнә. Икенсе урында килгән Ротенбергтарҙың (“Газпром” подрядсылары) килеме – 5,81 млрд доллар, “Росгосстрах” хужалары Хачатуровтар 5,74 млрд доллар табыш ала.
Был исемлеккә ингән 50 ғаиләнең капиталдарының дөйөм суммаһы 70,58 млрд долларға тиң, тәүге ун баҫҡыста торғандарҙың килеме – 38,65 млрд доллар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең яңғыҙ долларлы миллиардерына ҡарағанда илебеҙҙең бизнес-кланы аҡсаһын файҙалыраҡ тотона һәм баҙарға ҡарағанда ла тиҙерәк үҫешә икән.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға