«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йомортҡа-йортта йәшәр инегеҙме?



19.04.2013 Йомортҡа-йортта йәшәр инегеҙме?

Йомортҡа-йортта йәшәр инегеҙме?Бөгөнгө торлаҡһыҙлыҡ заманында, бәлки, табылыр ҙа ине шундай өй һалырға теләүселәр.
Мәскәүҙең сәнғәт паркына ҡуйылған ул йомортҡа-йорт. Яҡ­таштарыбыҙ – Өфө егет­тәре Тимур Арыҫ­­­ланов менән Алексей Мельников ижады.
“Ҡалалар” Бөтә Рәсәй фестивале сигендә ойошторол­ған “Микродом” тип аталған проектта 126 эштән 21-е финалға үткән дә, араларында беҙҙең егеттәрҙең дә “йомортҡа”һы булған. Трансформер-өй – вертикаль торошта эш өҫтәле булған бүлмә, ә горизонталь хәлдә карауатты хасил итә, тағы бер яҡҡа әйләндерһәң, зал була икән. Йортҡа ике кеше һыя.
Хаҡы 40 мең һумдан саҡ ҡына артығыраҡҡа төшкән, буғай. Шәпме, ә?!

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға