19.04.2013 һәр береһе ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш
Съезд «Социаль етемлекте профилактикалауҙа һәм баланың ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғын тәьмин итеүҙә опека һәм попечителлек органдарының роле» тигән темаға Бөтә Рәсәй семинары менән тамамланды.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов үҙенең сығышында балаға ғаилә тәрбиәһе биреү мәсьәләһенә айырым баҫым яһаны.
– Баланың именлеге, бәхете ғаиләнең хоҡуҡи яҡтан яҡлаулы булыуына бәйле. Беҙ баланы ғаилә тәрбиәһенә хоҡуғынан мәхрүм итергә тейеш түгелбеҙ, – тине ул.
Уның әйтеүенсә, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләне хәл итеү юлы түгел, киреһенсә, социаль етемлеккә бәйле хәлде ҡатмарлаштыра ғына. 2012 йылда Рәсәйҙә 52206 бала, ата-әсәһе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү сәбәпле, етем ҡалған. Ә 2008 йылда ундай балаларҙың һаны 100 меңгә яҡын була.
Ошо ыңғай үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар һаны күп. 2012 йыл башына 642757 бала иҫәптә торған. Шуларҙың 516592-һе төрлө формалағы ғаилә тәрбиәһенә бирелгән.
Павел Астахов семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ата-әсәләре тере булып та, етем ҡалған балалар һанының йылдан-йыл арта барыуы хаҡында етди уйланырға саҡырҙы. Быйыл йыл башынан ғына был күрһәткес 83,8 процентҡа еткән.
– Был үҙе үк ҡурҡыныс һан. Беҙҙә балаларын балалар йортона оҙатырға ашҡынып тороусы ата-әсәләр барлыҡҡа килде. Сөнки унда уларҙы ашаталар, кейендерәләр, ҡарайҙар. Һәр ғаилә лә өйҙә ундай шарттар булдыра алмай. Йыл һайын 15 меңләп бала сабыйҙар йортонда ҡалдырыла, 100-ләгән бала ата-әсәһе ҡулынан һәләк була. Быларҙың барыһына ла ғаилә традицияларының юғалыуы ғәйепле. Шуға күрә лә беҙ ғаиләләрҙе һаҡлап алып ҡалыу, уларға ярҙам күрһәтеү тураһында уйларға тейешбеҙ, – тине ул.