19.04.2013 Башҡортостанға яңы прокурор килә
Кисә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Андрей Назаровты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләүгә рөхсәт бирҙе. Назаровтың кандидатураһын яҡларға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та тәҡдим иткәйне.
− Һуңғы йылдарҙа прокуратураның эшен һөҙөмтәле ойоштороу өсөн республикала күп эш башҡарылды. Дәүләт власы органдары артабан да прокуратураға уның алдында торған бурыстарҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтәсәк, − тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар алдында сығыш яһағанда.
Республикабыҙҙа ете йылдан ашыу эшләгән прокурор Сергей Хуртин ошо көндәрҙә Ульяновск өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнде. Президент Хуртинды Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.
Андрей Назаров Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Екатеринбургта Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһе ҡалаларында прокуратура тармағында эшләй. 2009 йылдан бөгөнгәсә Дағстан Республикаһы прокуроры була.
А. Зиннурова әҙерләне.