«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Илдең йыл эмблемаһы



19.04.2013 Илдең йыл эмблемаһы

Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының эмблемаһы раҫланды.
Ғинуар аҙа­ғында ил­дең Тәбиғәт ресурс­тары һәм экология ми­нистр­лығы Рә­сәй Феде­ра­ция­һында Тирә-­яҡ мөхитте һаҡлау йылы эмблемаһын булдырыуға конкурс иғлан иткәйне. Бәйгелә бөтә төр милек формаһындағы бер нисә йөҙ предприятие һәм ойошма, шулай уҡ физик шәхестәр ҡатнашты. Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһынан Денис Ежов танылды. Уның һүҙҙәренсә, эмблема берҙәмлекте аңлата.
Илдәге экологик хәлде үҙгәртеү өсөн Рәсәйҙең барлыҡ халҡына берләшергә кәрәк. Шулай уҡ, еңеүсе фекеренсә, экология проблемаларын хәл итеүҙә донъялағы һәр кеше ҡатнашырға тейеш. Эмблемала Рәсәй Федерацияһының флагында булған өс төҫ, шулай уҡ тәбиғәтте һәм тормоштоң барлыҡҡа килеүен символлаштырған йәшел төҫ ҡулланылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда үткәрелгән шундай уҡ конкурста республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип табылды. Эмблемала күккә ынтылған аҡ бөркөт төшөрөлгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға