«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



16.04.2013 Өс һөйләм менән

18 апрелдә Өфө ҡалаһында «Башҡортостан Республикаһының электрон мәғарифы» тип аталған белем биреү учреждениелары ассоциацияһының ойоштороу конференцияһы үтә. Ассоциа­цияның төп бурысы – республикала электрон белем биреү системаһын төҙөүгә булышлыҡ итеү. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, БР информацион технологиялар буйынса агентлыҡ етәксеһе Илдар Ямалов, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин ҡатнашасаҡ.

8 – 23 апрелдә Ҡазанда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре уҙа. Күрше төбәк тамашасыларына ете премьера тәҡдим ителәсәк. Улар иҫәбендә Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход»ы, Хәлисә Мөҙә­рисованың «Бәхет хаҡы» спектаклдәре бар.

Бөгөн Өфөлә РФ субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы башлана. 18 апрелгә тиклем барасаҡ сарала илдең барлыҡ төбәктәренән 500-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Баш ҡаланың Конгресс-холында үтәсәк съезда БР Президенты Рөстәм Хәмитов һәм РФ Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та ҡатнашасаҡ.

Бер тәүлек эсендә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле Өфө янында 22 сантиметрға күтәрелеп, дүшәмбе иртән 475 см тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: 15 апрелдә был күрһәткес 458 см булған. Бөрө ҡалаһы янында һыу кимәле, 56 сантиметрға күтәрелеп, 614 сантиметрға еткән.

Башҡортостанда «Башҡорт Уралы» биосфера резерватының координацион советы булдырылды. Яңы советҡа, айырыуса һаҡлаулы тәбиғәт биләмәләренән тыш, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу бурыстары ла йөкмәтелде. Бынан тыш, совет биосфера резерват биләмәһен тотороҡло үҫтереүгә лә яуап бирә.

Башҡортостан Волга буйы федераль округының һаулыҡ һаҡлау системаһындағы хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе билдәләнгән төбәктәр исемлегенә инде. Был хаҡта Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән кәңәшмәлә РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова хәбәр итте. Татарстан менән Сыуашстан да лидерҙар иҫәбендә килә.

Ял көнөндә Туймазыла юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында «Киа Спектра» автомобиленең водителе руль менән идара итә алмай, ҡаршы юлға сығып китә һәм «Ниссан Альмера» машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике кеше шунда уҡ һәләк була, ике водитель һәм тағы бер пассажир дауаханаға оҙатыла.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға