«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күҙмә-күҙ ҡарашып…



16.04.2013 Күҙмә-күҙ ҡарашып…

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Башҡортос­тандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәр Башҡор­тостандың төрлө ҡала һәм райондарынан килгәйне.
Ишембай ҡалаһы вәкиле Ольга Полевкина үҙ ҡалаһында парк булыуын теләй. Әлегеһе насар хәлдә – ағастар ҡороған, бала­лар­ға аттракциондар ҙа бик иҫкергән. Йәш әсә булараҡ, уны бала менән саф һауала ял итеү өсөн матур урын булмауы борсой.
Рөстәм Хәмитов, тәҡдимде хуплап, был йүнәлештә эш башланыуы хаҡында белдерҙе, паркты реконструкциялау проекты ла әҙер. Президент Ишембай ҡалаһы башлығы Марат Ғайсинға, төҙөлөш ойошмаларына һәм төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығына проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү өсөн тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Киләһе йылға унда матур, заманса парк ҡалҡып сығыуы ихтимал.
Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, Ишембайҙа балалар баҡсаларына сираттың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Ольга Полевкина һүҙҙәренсә, ҡалала бындай проблема күҙәтелмәй. Уның ҡыҙына дүрт йәш, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына урынлаштырыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булмаған. Ҡалала заманса балалар баҡсалары төҙөлә.
Нуриман районындағы йүкә­ләр­ҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе менән Башҡортостан Прези­дентына бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнгән пенсионер Александр Соколов мөрәжәғәт итте. Һалдыбаш урман хужалығы биләмәһендә ағас ҡырҡыу тыйыл­һа ла, йыш ҡына уның киреһе күҙәтелә. Оло кеше төрлө инстанциялар буйлап йөрөгән, әммә ыңғай һөҙөмтә юҡ. Президент, БР урман хужалығы министрына ошо юҫыҡта күрһәтмә биреп, мәсьәләне үҙ контроленә алды.
Йәнә торлаҡ мәсьәләһе күтәрелде. Президентҡа үтенес менән килгән Өфөнөң 18-се дауаханаһында эшләгән табиптың фекеренсә, ҡалаларҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү программалары булырға тейеш.
Президент билдәләүенсә, республикала социаль торлаҡ төҙөү буйынса эш әүҙем алып барыла. Әммә йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен дәүләт ярҙамынан тыш хәл итеп булмай. Был һорауҙы төҙөүселәр менән бергә ҡарарға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишеваны ла ҡабул итте. “Аҡ тирмә” ойошмаһын оҙаҡ йылдар етәкләүсе әүҙем милләттәшебеҙҙе Баш­ҡортостан бюджеты иҫәбенә сит илдәрҙә белем алып ҡайтыусы йәштәрҙең үҙебеҙҙә эш таба алмай йөрөүе борсой. Эш булмағас, улар ситкә сығып китергә мәжбүр.
Президентҡа ла был хәл таныш һәм ул вице-премьер Лилиә Ғүмәроваға йәш белгестәрҙе республикаға ҡайтарыу һәм эш табыу механизмын төҙөргә күрһәтмә бирҙе.
Рөстәм Хәмитовҡа заманса ювелир әйберҙәре етештереүҙе ойоштороу, ер алыу мәсьәләһе, күп фатирлы йорттарға бәйле проблемалар менән дә килгәйнеләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға