«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙә...



12.04.2013 Был аҙнала беҙҙә...

һөйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙә...«Роспотребнадзор» етәксеһе Геннадий Онищенко, Рәсәй баҙарына «Боржоми» минераль һыуы кире ҡайтасаҡ, тип белдерҙе.
2006 йылда Мәскәү менән Тбилиси араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуы арҡаһында Рәсәйгә Грузиянан шарап һәм һыу индереү тыйылды. Рәсми сәбәп – продукция етештереүселәрҙең санитар-эпидемиологик нормаларҙы боҙоуы, тип иғлан ителде. Былтыр Грузияла парламент һайлауҙарынан һуң Хөкүмәт алмашынғас, Рәсәй магазиндарына минераль һыу менән шараптың кире ҡайтасағы хаҡында һөйләй башлағайнылар. Ошо көндәрҙә беҙҙең илдә «Боржоми» һыуын теркәү ыңғай хәл ителгән.

Борсолдорҙо...
Төньяҡ Корея менән Көньяҡ Корея мөнәсәбәттәре көндән-көн ҡатмарлаша бара.
Апрель башында КХДР күршеһенә баллистик ракета менән янай һәм уран-байыҡтырыу предприятиеларында производствоны тергеҙеүҙе планлаштыра башланы.
Көньяҡ Корея хөкүмәте күрше илде хәрби провокацияларҙан баш тартырға күндерергә Ҡытай менән Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Сит ил эштәре министры Юн Бен Се: «Корея ярымутрауында хәлде яйға һалыу халыҡ-ара әһәмиәткә эйә, Төньяҡ Кореяның провокациялары башҡа илдәрҙе хәрби хәрәкәткә этәреүе мөмкин», − тине. БМО КХДР-ҙан атом ҡоралы өлкәһендә эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы талап иткән резолюция ҡабул итте.

Ҡыуандырҙы...
Рәсәйҙәргә хәҙер 10 мең һумға тиклем бурыс менән сит илгә сығырға мөмкин.
РФ Дәүләт Думаһы был хаҡта тейешле закон проектын әҙерләй.
Мәрхәмәтле закон отпуск миҙгеленә ҡарай көсөнә инер, тип көтә халыҡ. Был 10 мең һумдан ашыу бурысың булһа, бер ҡайҙа ла сыға алмаясаҡһың тигән һүҙ түгел. Йылдар буйы бурысын түләмәгән кешеләр барыбер ныҡлы тикшереү үтәсәк, кредиттан тыш, мәҫәлән, ЮХХДИ штрафтарын бер ҡасан да түләмәгән водителде лә илдән сығармаясаҡтар. Илде сығыу пункттарында бурыстарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу планлаштырыла. Ләкин приставтар, быны тормошҡа ашырыу еңел булмаясаҡ, тип белдерә. Бурысты ҡаплау буйынса банк операцияһы өс көн башҡарыла, ә түләү фактын мотлаҡ тикшерергә кәрәк буласаҡ.

Аптыратты...
Англияның Футбол ассоциацияһы ял көндәрендә уҙасаҡ матчтарҙа Маргарет Тэтчерҙың иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итеүҙән баш тартты.
Ассоциация етәкселеге элекке Премьер-министрҙы хөрмәт итһә лә, улар футбол фанаттарының агрессияһынан ҡурҡа.
Англияның Футбол ассоциацияһы вәкиле: «Футболдың сәйәсәткә бер ниндәй ҡыҫылышы юҡ», − тигән һәм Тэтчерҙың бер ҡасан да был спорт төрө менән ҡыҙыҡһынмауын билдәләгән. Ҡайһы берәүҙәр ассоциацияның был ҡылығын Тэтчерҙы һәм барлыҡ инглиздәрҙе мыҫҡыл итеүгә тиңләгән. Яҡын арала «Челси», «Манчестер Сити» кеүек көслө командалар мөһим Премьер-лигала көс һынашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға