«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина − Рәсәй банкы рәйесе



12.04.2013 Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина − Рәсәй банкы рәйесе

Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина − Рәсәй банкы рәйесеРәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфө ҡыҙы Эльвира Нәбиуллинаны Рәсәй банкы етәкселегенә тәҡдим итеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Әле Дәүләт Думаһы яҡташыбыҙҙы был вазифаға тәғәйенләп тә ҡуйҙы. Эльвира Нәбиуллина “яңы йөгөн” 24 июндән башлап дүрт йыл тартасаҡ.
Әйткәндәй, тауыш биреү парламенттың түбәнге палатаһында асыҡ режимда үт­кән. Тейешле ҡа­рар өсөн 360 де­путат тауыш бир­гән, 20-һе ҡаршы булған, бер парламентарий тауыш биреү­ҙән баш тартҡан.
Эльвира Нәбиуллина Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда Рәсәй Үҙәк банкының иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итергә тейешлеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй банкы сәйәсәтенең төп бурысы инфляцияны йылына 3 – 4 процентҡа тиклем кәметеү буласаҡ. Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән маҡсаттар араһында үҫеш моделен алмаштырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеүҙе арттырыу кеүек күҙаллауҙар ҙа бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға