«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Балалар китап уҡыһын



12.04.2013 Балалар китап уҡыһын

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бү­лексәһе үҙенең яңы башлан­ғысын тәҡдим итте – республикала “Китаптар – балаларға” тигән яңы проект старт алды. Ойоштороу­сылар ба­ла­лар йорттарында, интернаттарҙа, ауыл мәктәптәрендә һәм дауаханаларҙа урынлашҡан китапханалар фондын тулыландырырға ниәтләй.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Миф­тахов билдәләүенсә, бөгөн балалар әҙ уҡый, улар күп ваҡытын интернетта йәки телевизор алдында үткәрә. Магазиндарҙа китаптарҙың хаҡы ҡиммәт, балалар йорттарының һәм ауыл мәктәптәренең уларҙы һатып алырға бигүк мөмкинлеге лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр­ҙең өйөндә байтаҡ китап һаҡлана. Партия ағзалары ошондай китаптарҙы балаларға бирергә тәҡдим итә.
Ҡала һәм райондарҙа, партияның урындағы бүлексәләрендә, китап ҡабул итеү пункт­тары ойоштороласаҡ. Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы студенттары бөгөндән эш башларға әҙер. Китапханалар өсөн тәүге китаптарҙы партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе үҙе әҙерләп тә ҡуйған.
Тиҙҙән проекттың сайты һәм «ҡыҙыу линияһы» эшләй башлаясаҡ. Унда китапхана, дауахана, балалар йорттарына кәрәкле әҙәбиәткә заявка ҡалдырыу мөмкинлеге була, китаптар ҡабул итеү пункттарының адрестары ла урынлаштырыласаҡ.

Әйткәндәй

“Берҙәм Рәсәй”ҙең ”Китаптар – балаларға” проектын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хуплауын белдерҙе.
– Китап уҡымайынса, үҙ өҫтөңдә эшләмәйенсә уңышлы кеше булыу мөмкин түгел, – тигән фекерҙә Президент. – Беҙҙең маҡсат – аҡыллы йәмғиәт. Әммә уны белемһеҙҙәр менән төҙөп булмай. Баланың иртәгәһе көнгә уңышы уның бөгөн нимә уҡыуына ла бәйле. Шуға уларға уҡыу мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Яҡшы китап яҡшы менән насар, изгелек менән яуызлыҡ араһындағы сикте табырға ярҙам итә. Әлеге яңы проект – дөрөҫ юл буйлап барыу. Уны бергә тормошҡа ашырайыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға