«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика йәшәйеше хәстәрләнә



12.04.2013 Республика йәшәйеше хәстәрләнә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә булып, бер нисә вазифалы етәксе менән осрашҡан.
Рөстәм Зәки улы «Россельхозбанк» йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән быйыл республикала яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыуҙы финанслау тураһында һөйләшкән. Президенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике яҡ шулай уҡ Ҡарлыман һәм Раевка шәкәр заводтарын үҫтереү перспективалары хаҡында ла фекер алышҡан.
Тағы Башҡортостан Президентының Рәсәй финанс министры Антон Силуанов менән осрашыуында республиканың бюджет секторын финанслау мәсьәләләре тикшерелгән. Бында, атап әйткәндә, Өфөнөң инфраструктура объекттары төҙөлөшөн тәьмин итеү, республиканың бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһында һүҙ барған.
Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитовты «Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Сергей Михайлов та ҡабул иткән. Бында ике яҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән ИТАР-ТАСС мәғлүмәт агентлығы араһында 2011 йылда төҙөлгән килешеүҙе яңыртыу мөмкинлектәрен тикшергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға