«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда башҡорт теле һәр саҡ өйрәнеләсәк!»



26.10.2010 БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда башҡорт теле һәр саҡ өйрәнеләсәк!»

БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда башҡорт теле һәр саҡ өйрәнеләсәк!»Республика башлығы үткән аҙнала «Газета.ru» уҡыусылары менән онлайн осрашыу үткәрҙе. Һорауҙар төрлө темаға һәм киң ҡатлам вәкилдәренән булды. Ғөмүмән, Рөстәм Хәмитов менән һәр осрашыуҙа тиерлек журналистар уның милләте, төбәктә башҡорт теле уҡытылыу-уҡытылмауына ҡарашы тураһында белешә. Был юлы ла шундай һорауҙар бирелде.
«Мәктәптәрҙә башҡорт булмағандар өсөн башҡорт телен уҡытыу ҡасан туҡтатылыр? Мотлаҡ өйрәтеү уны белергә теләмәгәндәрҙә тик кире тойғо ғына уята бит», – тип һорай Сергей исемле берәү. Ә Президенттың яуабы, һәр ваҡыттағыса, уйланылған һәм тос.
– Башҡортостан – күп милләтле республика: урыҫтар – 36 процент, башҡорттар – 30, татарҙар – 25 процент тирәһе. Ике тел – урыҫ һәм башҡорт телдәре – дәүләт теле. Был турала закон 2005 – 2006 йылдарҙа ҡабул ителгән. Закон буйынса ошо ике тел мәктәптәрҙә өйрәнелергә тейеш. Бөгөн беҙҙә уҡытыу алты телдә алып барыла. Дәүләт телдәрен өйрәнеү мотлаҡ һанала. Һорауға яуап бирерҙән алда, башҡорт телен өйрәнеү ҡасан туҡтатылыр, тигән формулировка менән килешмәгәнемде белдерәм. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә башҡорт теле һәр ваҡыт өйрәнеләсәк. Иң тәүҙә башҡорттар һәм ошо телде өйрәнергә теләүселәр уҡыясаҡ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле көсләп уҡытылырға тейеш түгел. Дәүләт телдәрен өйрәнеү законға бәйле. Республика закондарына ярашлы, башҡорт теле республикала мотлаҡ өйрәнеләсәк. Президенттан телде өйрәнеүҙе туҡтатыуҙы талап итерҙән алда закон менән танышыу мотлаҡ. Минең шәхси фекерем – башҡорт телен республикала өйрәнергә кәрәк.
Ғөмүмән, башҡорт телен тағы ҡайҙа өйрәнергә мөмкин? Планетала башҡа ундай урын юҡ. Был юҫыҡта уҡытыусыларҙы дәрес сифатын күтәрергә, ҡыҙыҡлыраҡ итергә саҡырам. Ауыр синтаксистан, морфологиянан «китеп», һөйләш телен өйрәтеү варианттарына күсергә кәрәк. Көсләп уҡытмаҫҡа, ә башҡа формаларын табырға.

«Газета.ru» материалын файҙаланып, А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға