«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хужалыҡтарҙа – видеоконтроль



26.10.2010 Хужалыҡтарҙа – видеоконтроль

Хужалыҡтарҙа – видеоконтрольУғрылыҡҡа юл ҡуймау һәм хеҙмәтте яҡшыраҡ ойоштороу, производство процесын күҙәтеү маҡсатында, республика хужалыҡтарына ви­део­контроль ҡорамалдары ҡуя башлағандар.
Быға тәүгеләрҙән булып Туймазы районының «Бишенде» АХК-һы тотонған: ферма, трактор паркы, ырҙын табағы, контора – барыһы ла видеокүҙәтеү аҫтында. АХК рәйесе В. Фазлиәхмәтов һүҙҙәренсә, яҡынса 300 мең һумға төшкән егермеләгән камера көндөҙ ҙә, төндә лә объекттарҙа производство процесын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Һөҙөм­тәһе бик яҡшы – 1200 баш эре мал, шул иҫәптән 320 һауын һыйыр, 90 ат имен-аман, уртаса тәүлек артым һәйбәт кенә, һәр һыйырҙан уртаса һауым иһә тәүлегенә 11 литрҙан ашып китә. Мал аҙығын һәм продукцияһын урлау осраҡтары юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға