«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



09.04.2013 Өс һөйләм менән

22 апрелдә республикала «Беҙҙең яратҡан табип» конкурсы старт ала. Унда дәүләт медицина учреждениеларының һәм коммерция клиникаларының балалар табиптары ҡатнаша. Еңеүсене йәш пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре билдәләй.

Өфөлә 10 – 12 апрелдә «Салауат Юлаев» клубы призына хоккей буйынса йәштәр турниры үтә. Унда «Толпар», «Салауат Юлаев – 96», «Салауат Юлаев – 97» һәм Учалынан БР Үҫмерҙәр хоккей лигаһы чемпионы «Горняк» ҡатнаша. Ярыштар ғәҙәти булмаған форматта үтәсәк.

Өфөлә рус теленән тоталь диктант яҙыуҙа 735 кеше ҡатнашҡан. Улар заман кешеһенең тормошонда интернеттың роленә арналған 303 һүҙҙән торған диктант яҙған. Үткән акцияла ни бары 162 кеше генә үҙенең грамоталылығын тикшереп ҡарарға йөрьәт иткән.

Башҡортостандан 16 уҡыусы Мәскәүгә яман шеш ауырыуын еңгән балаларҙың «Еңеүселәр уйыны» Бөтә донъя балалар ярыштарында ҡатнашыу өсөн саҡырыу алған. Ярыштар 13 – 17 июндә ЦСКА спорт майҙанында үтәсәк. 2010 йылда тәүге тапҡыр ойошторолған уйында 8 илдән 200-ҙән ашыу бала ҡатнашһа, быйыл 12 илдән 400-ҙән ашыу үҫмерҙең килеүе көтөлә.
Йыл башынан алып 82 мең кеше Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 23,5 меңе – үҙенә яраҡлы эш эҙләп, 23 меңе профессиональ йүнәлеш биреүҙә ярҙам һорап. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мәғлүмәт порталы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда мәшғүллек хеҙмәте органдары ярҙамында республиканың 13 мең кешеһе эшкә урынлашҡан.

Көньяҡ Уралда Сибай дәүләт филармонияһы артистарының гастроле үтте. Сибай бейеү ансамбле Силәбе, Арғаяш, Ме­йәс, Златоуст һәм Магнитогорск ҡалалары халҡы алдында уңышлы сығыш яһаны. Бейеүҙәрҙән тыш, Ғаяз Ғәйетбаев, Луиза Кәримо­валарҙың йырлауы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Раушан Ниязғоловтың ҡурайҙа уйнауы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына Башҡортостанда быйыл 500 млн һум аҡса бүленәсәк. 2013 – 2018 йылдарға тәғәйенләнгән «Башҡортостанда урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү» маҡсатлы программаһына үҙгәрештәр БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған. БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика бюджетынан 500 млн һум аҡса бүлеү күҙаллана.

Салауат ҡалаһы халҡының дарыуҙар ҡулланмайынса ғына остеопатия ярҙамында дауаланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде − «Медсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә табип-невролог һәм остеопат Андрей Зиньков ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Остео­пат­тың төп бурысы – организмды үҙ-үҙен тергеҙеүгә этәреү. Был алым менән умыртҡа һөйәген, йәрәхәттәрҙе, баш ауыртыуын, ҡолаҡ, танау, тамаҡ ауырыуҙарын дауаларға, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр эшмәкәрлеген көйләргә мөмкин.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға