«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ағасты кем урлай?



26.10.2010 Ағасты кем урлай?

Ағасты кем урлай? Өс ай элек төҙөлгән Дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүенең мобиль төркөмө Белорет районы биләмәһенә сираттағы рейды ваҡытында ағас тейәлгән ундан ашыу йөк машинаһын туҡтата. Һөҙөмтәлә ике автомашина водителенең ағасҡа тейешле документтары булмауы асыҡлана.
Әйткәндәй, йыл башынан РФ Енәйәт кодексының 260-сы статья­һы («Ағасты законһыҙ ҡырҡыу») буйынса 263 протокол төҙөлгән. Ағасты законһыҙ ҡырҡыуҙан (4745 кубометр) күрелгән зыян 39,7 миллион һум тәшкил итә. Улар буйынса бөтә материалдар ҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән. 201 материал буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (33 миллион һумлыҡ зыян), 56 материал буйынса 3,6 миллион һумлыҡ зыянды кире ҡаплатыуға суд ҡарары сығарылған. 32 протокол буйынса 1,23 миллион һумлыҡ зыян закон боҙоусыларҙың үҙҙәре тарафынан ирекле рәүештә кире ҡайтарылған.
Былтыр ошо уҡ статья буйынса 400 протокол төҙөлгән. Кил­терелгән зыян күләме – 59,3 миллион һум (9055 кубометр).
Мобиль төркөм эшләй башлағандан бирле ағас тейәлгән 803 автотранспорт, диләнкәләр тикшерелгән. Закон боҙоуҙарҙың 76 проценты асыҡланған.

Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға