«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



05.04.2013 Был аҙнала беҙҙе...

ҡайғыртты...
Аргентинала һыу баҫыу арҡаһында һәләк булғандар иҫтәлегенә 3 көнлөк матәм иғлан ителгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 54 кеше һәләк булған, 350-һе зыян күргән. ҡойма ямғыр арҡаһында иң ныҡ зыян күреүселәр – Буэнос-Айрес һәм Ла-Плата ҡалалары. Йөҙәрләгән кеше утһыҙ, телефонһыҙ ҡалған.
Ил Президенты Кристина Киршнер Ла-Плата ҡалаһына әсәһе янына барып ҡайтҡан. Һыу уның әсәһе йәшәгән йорттоң тупһаһына тиклем килеп еткән, газ һәм электр уты өҙөлгән.

һоҡландырҙы...
АҡШ-тың дәүләт бюджетын 85 миллиард долларға ҡыҫҡартыу тураһындағы секвестрға бәйле, Президент Барак Обама ил бюджетына эш хаҡының 5 процентын кире ҡайтарырға вәғәҙә биргән.
Быға тиклем Пентагон башлығы Чак Хейгел һәм уның урынбаҫары Эштон Картер ошондай белдереү менән сығыш яһағайны. Обаманың эш хаҡы йылына − 400000 доллар, ул үҙ ирке менән 20000 долларҙы бюджетҡа кире ҡайтарасаҡ. Президент ыңғайына торлаҡ төҙөү һәм ҡала үҫеше министры Шон Донован, уның урынбаҫары Морис Джонс һәм бер нисә конгрессмен да хеҙмәт хаҡын ҡаҙна менән бүлешмәксе.
Беҙҙең түрәләр уларҙан өлгө алмаҫмы икән? Америкалағы коллегалары кеүек, халыҡҡа теләктәшлек белдереү өсөн?

Көйөндөрҙө...
Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында танкылар ғәҙәти күренеш – хәрби машиналар ҡала буйлап һуҙылған трасса аша полигонға йөрөй.
Ә һауала тегендә-бында хәрби вертолеттар осоп йөрөй. Тик танкистар һис кенә юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай икән. Хатта һыра артынан да кибеткә Т−9 менән йөрөгән хәрбиҙәр юлдарҙа бер ниндәй светофорға ҡарамай. Интернетта Түбәнге Тагилдағы тәртипһеҙ танкылар­ҙың “осоп” йөрөүе хаҡында видеояҙмалар бихисап. Урындағы водителдәр, танкистарҙы тәртипкә өйрәтеүҙе һорап, Дәүләт автоинспекцияһына мөрәжәғәт иткән. Был ялыу буйынса тикшереү башланған, тәртип боҙоу хаҡында ғәйепләүҙәр иҫбатланһа, погонлылар язаға тарттырыласаҡ.

Аптыратты...
Шәкәр етештереүсе Британия компанияһы Лондонда ғәҙәти булмаған акция уҙғарған.
Реклама өсөн ашамлыҡтарҙан торған «татлы отель» асҡандар. Һигеҙ бүлмәнән торған йорттоң интерьерына, мебеленә һоҡланырға һәм уларҙы… ашарға була. Барлыҡ эске йыһаз бисквиттан, безенан, пирожныйҙарҙан, марципандан һәм башҡа тәм-томдан яһалған. Стеналарҙы шәрбәтле печеньенан эшләһәләр, ванналарға карамель тултырылған. Түшәмдә зефир­ҙан шәмдәлдәр, шоколадтан картиналар эленгән. Был отель ҡунаҡтарҙы бер көн генә ҡабул иткән. Уны яһау өсөн бик күп ваҡыт талап ителһә лә, пиар-акцияны ойоштороусылар бик ҡәнәғәт – «татлы отель» арҡаһында улар бар донъяға танылыу яулаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға