«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



05.04.2013 Өс һөйләм менән

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡо­ролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Президент программаһын тамамлаусылар ассоциацияһы менән берлектә Нури­ман районында ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү проектын башланы. Муниципаль район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы ярҙамында егерме ауылда медицинаға ҡағылышы булған кешеләр (пенсионер фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, медицина өлкәһендә өҫтәмә белем алған уҡытыусылар) һайлап алынған. Бындай акция тәүге тапҡыр үтмәй, быға тиклем ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү проекты Стәрлетамаҡ районында тормошҡа ашырыл­ғайны.

Йыл башынан республиканың һигеҙ районы һауым буйынса бер мең сиген үтте. Саҡмағош (һәр һыйырҙан 1375 кг һөт һауып алынған), Стәрлетамаҡ (1295), Тәтешле (1200), Өфө (1173), Мәләүез (1165), Дүртөйлө (1112), Ауырғазы (1051) һәм Күгәрсен (1009) райондары – алдынғылар рәтендә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда, республика буйынса ғинуар-март айҙарында һәр һыйырҙан уртаса 857 кг һөт һауып алынған, 2012 йыл менән сағыштырғанда, был ете ки­ло­грам­ға күберәк.

Кисә Дүшәнбе ҡалаһында Рәсәй менән Тажикстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге буйынса II халыҡ-ара конференция башланды. Уның эшендә дәүләт етәкселәре, бизнесмендар, ғилми эшмәкәрҙәр, Рәсәй һәм Тажикстандың эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Конференцияла Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған Тажикстан менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы һ.б. мәсьәләләр тикшерелгән.

Иртәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Һамар ҡалаһында “ҡарға бутҡаһы” милли башҡорт байрамында сығыш яһаясаҡ. Унда БР-ҙың халыҡ артисы Римма Аман­гилдина, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин, йырсы Марсель ҡотоев һәм ҡурайсы Марсель Сәйетов ҡатнаша. Һамар өлкәһендә башҡорттар Оло Чернигов һәм Оло Глушица райондарында тығыҙ йәшәй.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға