«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә”. Ә уларҙы ҡайҙан табырға?



05.04.2013 “Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә”. Ә уларҙы ҡайҙан табырға?

Февралдә республикала юғары вазифаларға кадрҙар тәғәйенләү буйынса тест үткәреү үҙәге эш башлағайны. Ике ай тулыр-тулмаҫтан, унда 800 тирәһе кеше анкета тултырған. Әммә ярайһы уҡ ҡатмарлы һорауҙарға дөрөҫ һәм аныҡ яуаптарҙы ни бары 100 кандидат бирә алған. Кадрҙар резервын формалаштырыуҙа республиканың теләгән бер гражданы ҡатнашыу хоҡуғына эйә, тик тәғәйен һорауҙар системаһы аша үтергә генә кәрәк.
Был хаҡта БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Фидус Ямалетдинов белдергән. Әлеге үҙәкте булдырыу төбәктә яңыса кадрҙар сәйәсәтенең бер өлөшө генә. Былтыр Президент Рөстәм Хәмитов асыҡ һәм һәр кемгә мөмкин булған принциптар аша кадрҙар сәйәсәте концепцияһын булдырыу бурысын ҡуйғайны. Йәмғиәткә вазифаларға тәғәйенләүҙәр аңлайышлы, ә етәксе урындарға раҫлауҙар “социаль лифт” аша булырға тейеш.
Юғары вазифаларға кадрҙар тәғәйенләү буйынса тест үткәреү үҙәге кешегә артабан етәкселеккә дәғүә итер өсөн маҡсатлы рәүештә үҙе өҫтөндә эшләргә булышлыҡ итә. Бындай система Рәсәйҙә 2009 йылдан ҡулланыла. Бөгөн бигерәк тә муниципалитеттарҙа кадрҙар проблемаһы күренә. Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәре 5800 булһа, муниципаль хеҙмәткәрҙәр һаны – 8400. Бер йыл эсендә 2 – 3 хеҙмәткәр төрлө формала уҡырға, квалификация күтәрергә тейеш.

Әйткәндәй
Муниципаль берәмектәрҙә тиҙҙән һөнәри байрам билдәләнәсәк – 21 апрель урындағы үҙидара көнө тип нарыҡланған. Был байрам былтыр июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған.
Билдәләнгән дата 1785 йылға барып тоташа. Ул саҡта, тап ошо 21 апрель көнөндә, батшабикә Екатерина Икенсе “Рәсәй империяһы ҡалалары файҙаһына һәм хоҡуғына грамота”ны (“Грамота на права и выгоды городам Российской империи”) раҫлаған.
Әле Башҡортостанда 895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән туғыҙ ҡала округы һәм 54 муниципаль район, 14 ҡала һәм 818 ауыл берәмеге иҫәпләнә. Бынан тыш, территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары ла бар, әлегә 800 ойошманың өсәүһе генә юридик статус алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға