«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Көн үҙәгендә ‒– ришүәтселеккә ҡаршы көрәш



05.04.2013 Көн үҙәгендә ‒– ришүәтселеккә ҡаршы көрәш

Республика йортонда Баш­ҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса советтың һәм республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион кәңәшмәнең берлектәге ултырышы үтте.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, былтырҙан Рәсәйҙә ришүәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса яңы Милли план тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, барлыҡ республика документтарына үҙгәрештәр индерелгән. Үткән йыл аҙағында сығымдарға контроллек итеү, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренә эш хаҡы түләү механизмына асыҡлыҡ индереү тураһындағы федераль закондар ҡабул ителгән.
Программа ғәмәлгә ингәс тә, бөтә йүнәлештәр буйынса эш әүҙемләшкән. Ошо иҫәптә норматив хоҡуҡи акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәрелеүен, дәүләт һатып алыуҙары процесы ойошторолғанда электрон сауҙа системаһы индерелеүен дә билдәләргә кәрәк.
– Коррупцияға ҡаршы көрәш темаһы киң мәғлүмәт сараларында ла даими яҡтыртыла. Мәғариф, йәштәр сәйәсәте учреждениелары был өлкәлә белем биреү һәм тәрбиәүи эшмәкәрлек алып бара. Прокуратура органдары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт тураһындағы закондарҙың үтәлешенә контролде көсәйтте. Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәттең положениеларын аңлатҡан курс һәм семинарҙар ойошторола, – тине үҙ сығышында республика Прези­денты.
Республиканың дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары системаһында кадрҙар сәйәсәте концепцияһы тормошҡа ашырыла. Унда ла коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында положениелар индерелгән.
Әйткәндәй, былтыр республикала ришүәтселеккә ҡағылышлы 1692 енәйәт асыҡланған. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был өстән бер өлөшкә күберәк. Судтарҙа ошо өлкәлә 233 енәйәт эше ҡаралған. Үкенескә күрә, енәйәт яуаплылығына тарттырылған кешеләр араһында хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, урындағы үҙидара органдары депутаттары, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, башҡарма власть органдары вәкилдәре лә бар.
Былтыр халыҡтан тематик һорашыуҙар үткәрелгән. Республика граждандарының биштән бер өлөшө тиерлек айырыуса борсоған проблемалар араһында ришүәтселекте атаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға